+15 °С
Дождь
Шулай ҙа була!
21 Апреля 2022, 04:00

Люстра

Беҙҙең бухгалтер, урта йәш­тәрҙәге һөйкөмлө ҡатын, люстра һатып алғас, ире булһа ла, ни өсөндөр, электрик Сә­лимйәндән уны өйҙәренә ҡу­йыуын үтенде.

ЛюстраЛюстра
Люстра

Сәлимйән баш тартманы, бухгалтер бит, бәлки, хеҙмәт хаҡын арттырыр. Эштән һуң улар ҡатын­дың өйөнә китте. Иртәгеһен Сәлимйән һөйләне:
– Өйҙәренә индек. Кис, бер кем дә юҡ. Утты һүндерҙем дә, люстраны алып, табуреткаға баҫтым. Хужабикә ҡайҙалыр сыҡты. Ярым ҡараңғы. Шул ваҡыт ишектә бәһлеүәндәй ир күренде. Һүҙһеҙ генә бүлмәгә үтте, миңә күҙ һалды, мин уға ҡарайым. Шкаф янына барҙы ла, унан… мылтыҡ килтереп сығарҙы. Былай булғас, бөт­төм, мин әйтәм, ире ҡайтты, мине һөйәре, тип уйланы булһа кәрәк. Шулай ҙа ауыҙ эсендә булһа ла мығырларға үҙемдә көс таптым: йәнәһе, эштән… люстра ҡуйыуымды үтенде­ләр… электрикмын… Ул йылмайҙы ла: “Һин ҡурҡма, мин һунарға йыйынам”. Мыл­тығын алды ла бүлмәнән сыҡ­ты.
Сәлимйән нисек етте шулай люстраны элеүен элә, ләкин шунан һуң шабашкаға бик оҙаҡ йөрөмәне.

И. ТАҢАТАРОВ.

Фото: interier-nn.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас