+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
24 Апрель 2022, 13:30

"Күрәҙәсе"

(Тормош күренеше) Алдымдан килгән апайҙың пакеттары ауыр икәнде аңғарҙым да, өндәштем:– Һеҙгә ярҙам кәрәкмәйме?

"Күрәҙәсе"
"Күрәҙәсе"

– Эйе, – тине ул миңә боролоп. – Рәхмәт.
Ул һонған бер нисә пакетты ҡымтып тотоп, йәнәш атлайым. Ҡатын зарланып та ала:
– Бына бит, сумка күтәрешеп йөрөргә лә ярҙамсы юҡ. Һәр ваҡыт юлда яңғыҙмын...
Мин баш ҡына һелкетем.
Аҙ ғына барғас, был ҡатын тағы сағыу тауыш менән ҡысҡырып һүҙ ҡушты:
– Ҡыҙыҡ...
– Нимәне әйтәһегеҙ?
– Ҡыҙыҡ, – тине ул ҡабатлап, – әгәр ошо юлда ҡатынығыҙ менән барһағыҙ, ярҙам итер инегеҙме икән?
– Эйе, әлбиттә, – тинем мин әңгәмәсемдең һынсыл күҙҙәренә тура ҡарап, – минең ҡатыным да ярҙамсыл кеше.
– Һеҙ йәш әле... ҡатындарҙы белеп етмәйһегеҙ. – тип мыңғырҙаны ла, тағы һорай ҡуйҙы. – Ә балаларығыҙ бармы?
– Эйе...
– Икәүме?
– Эйе.
– Еткән. Ҡала ерендә күп бала нимәгә? Ата-әсәгеҙ бармы?
– Бар.
– Ә йәшәр урынығыҙ? Ҡалала фатирығыҙ, тием?
– Бар.
– Эшең һәйбәтме? Кем булып эшләйһең? – тип “һин”гә үк күсте был.
– Эшем бар... үҙемә оҡшай, – тиеү менән ҡотолдом.
Апай аҙ ғына шымып бара ла, тағы төпсөнөргә керешә:
– Ҡайһы райондан?
Әйтәм.
– Ә ауылың?
Әйтәм.
– Ә исемең?..
Туҡталышка барып еткәнсе тағы ла тиҫтәләгән һорау яуа. Яуап биреп кенә өлгөр.
– Беләһеңме, минең күрәҙәлек итеү һәләтем бар. Әле килгәндә мин һинең ярҙам итереңде лә, кем икәнеңде лә алдан белдем, – тимәһенме был.
– Һм... – тинем мин артыҡ ышанып етмәй генә. – Уйландырҙығыҙ.
Ул һөйләп туйҙымы – юҡмы – белмәйем. Ә мин тыңлап туйҙым. Ҡапсыҡ тотҡан ҡулым түгел, ә шул пакеттар хужабикәһенең хәбәренән ҡолағым талды. Шуға ла, “күрәҙәлек” итеүенән ҡасып, тиҙерәк тая һалдым.

Байым РӘХИМЙӘНОВ.

Фото: cartoon.kulichki.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: