-5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
25 Апрель 2022, 13:00

Мәрәкәләр

Һуңлау Бөгөн эшкә трамвай менән барҙым. Рельс өҫтөндә ике машина бәрелешкәнлектән, трамвай туҡтаны. Водитель ишек­тәрҙе асты, хәлде асыҡламай тороп, машиналарҙы юлдан алмаясаҡтар, тине.

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

Барыһы ла әкренләп сыға башланы, мин дә сыҡтым. Ни күрәм? Юл-транспорт фажиғәһендә ҡат­нашыусыларҙың береһе – беҙҙең кадрҙар бүлеге етәк­сеһенең ире, ҡатынын көн дә эшкә йөрөтә. Ҡатын үткенсе машина туҡтатып китеп барҙы. Мин килеп еткәндә, ул эш урынында ине. Етәксебеҙ һорашып та тормай аңлатма яҙырға бойорҙо: ни өсөн эшкә һуң­ланың?

Эскәмйә


Беҙҙең ишек алдына алынмалы эскәмйә яһап ҡуйҙылар. Ултырып туйғас подъезд ишеге артына индереп ҡуялар.
Бер ваҡыт эскәмйәгә егеттәр һыра эсергә ултырҙы. Күрше әбейгә был оҡшаманы, әлбит­тә. Ул егеттәр янына килде. Ҡыуманы ла, асыуланманы ла, уларҙың бер генә секундҡа баҫыуҙарын үтенде. Бер нә­мәнән дә шикләнмәгән егеттәр дәррәү урындарынан торҙо. Әбей йәһәт кенә эскәмйәне эләктерҙе лә подъезға инеп китте. Беҙҙең ишек алды ҡу­наҡтарының йөҙөн күрһәгеҙ ине! Улар хатта ауыҙ асып бер һүҙ ҙә әйтә алмай ҡалды.

Ҡаршылашманым

Бөгөн ҡалабыҙҙағы иң ҙур компанияла әңгәмәлә булдым. Мөләйем ҡыҙ – менеджер күп уйлап тормай миңә ноутбук бирҙе лә аҫтыртын көлөп:
– Уны миңә һатып ҡара! – тине.
Нимә эшләргә?.. Ноутбукты алдым да кабинеттан сығып киттем… Бер аҙ тапанып тор­ғас, өйгә ҡайтып киттем…
Ишекте асып фатирға инеүем булды, менеджер ҡыҙ шылтыратты. Ярһып-ярһып миңә ҡысҡыра:
– Хәҙер үк ноутбугымды килтер, ҡәбәхәт!
Ҡаршылашып торманым:
– Һис һүҙһеҙ, матурҡайым… 400 бакс һәм ул һинеке!

Б. ЫРЫҪҠОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: