Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
27 Апрель 2022, 12:00

Бер “мөхәббәт” тарихы

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 71 йәшлек ханымдың “мөхәббәт эҙләү” операцияһы күңелһеҙ тамамлана. Баҡтиһәң, социаль селтәр аша танышып, әңгәмәләшкән “Марсуэлло” исемле сит ил ире мутлашыусы булып сыҡҡан.

Бер “мөхәббәт” тарихы
Бер “мөхәббәт” тарихы

Оҙаҡ ҡына аралашҡандан һуң, теге мөхәббәт ҡошо ханым менән осрашырға теләк белдереп, хат яҙған икән. Тик Рәсәйгә килер өсөн билетҡа арыу ғына аҡса кәрәк бит әле. Ул һис кенә лә аптырап ҡалмай, һөйгәненән бурысҡа аҡса һорай. Ханым да бер ҙә генә уйлап тормайынса, тиҙ генә кредит юллап ала ла “һә” тигәнсе аферисҡа 540 мең һумдан ашыу сумманы күсереп тә ҡуя. Аҡсаны алыу менән "Марсуэлло“ ла юҡҡа сыға.

Бына шулай, көлөргәме, иларғамы? Социаль селтәрҙә йә телефон аша таныш булмаған кешеләр менән аралашҡанда бик иғтибарлы булығыҙ. Мутлашыусылар теләһе-ҡайһы хәлгә яраҡлаша. Үҙегеҙҙе алдарға юл ҡуймағыҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙҙы алдауҙың төрлө схемалары хаҡында иҫкәртегеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Фото: twinflameunion717.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: