-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
27 Апрель 2022, 14:00

Сәйнәшеү

Йәшләй кейәүгә сыҡһаң – ҡайҙа ашығаһың, өлгөрмәм, тип уйлайһыңмы әллә?Кейәүгә сыҡмаһаң – һиңә бер кем дә ҡарамай.

Сәйнәшеү
Сәйнәшеү

Бер генә бала үҫтерһәң – әҙ.
Күпләп тапһаң – ниңә хәйерселек арттыраһың?
Тырышып эшләһәң – аҡса бер ваҡытта ла етмәй.
Эшләмәһәң – әсәйеңдең пенсияһын ашап ятыу оят түгелме?
Машина, фатир алырға, диңгеҙҙә ял итергә теләһәң – ниндәй аҡсаға, ришүәт алдыңмы әллә?
Вузда уҡыһаң – барыбер дипломыңдың фай­ҙаһын күрә алмаясаҡһың, уҡып мейеңде серетмә.
Уҡымаһаң – киләсәгеңде ҡайғыртмайһың, ғүмер буйы урам һеперәсәкһең.
Эсһәң – һин алкаш.
Эсмәһәң – сирле.
Беҙҙә халыҡ сәйнәшмәйенсә бер минут та йәшәй алмай.

ЮЛАМАН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: