+16 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
30 Апреля 2022, 05:20

Үҙебеҙҙең апай

Бер апайыбыҙ бар. Оло ғына йәштә инде. Тик уға бына ошо “оло йәштә” тигәнде ҡулланырға ярамай. Дөрөҫөрәге, уның йәшен бер нисек тә билдәләргә ярамай. Хатта шаярып та. Шуға ла тыуған көндәрендә йәшен иҫкә алмай ғына ҡотлайбыҙ.

Үҙебеҙҙең апайҮҙебеҙҙең апай
Үҙебеҙҙең апай

Ҡотламай ҡалырға ла ярамай. Шул уҡ ваҡытта ул тыуған көнөндә ҡайҙа булырын, ни эшләрен әйтмәй, йәғни пландарын белдермәй. Был көндө һин уны йә өйөндә, йәки әхирәтендә, йә башҡа берәй ерҙә барып табырға, тапмағанда иһә сәскәләрең, бүләктәрең менән ишек төбөнә килеп етеп, шунда ғына икенсе ҡалала йәки икенсе планетала икәнлеген белеп ҡалырға тейешһең. Уныһы ла ошолай була:
– Сәриә апай, алло! Һеҙ ҡайҙа? Беҙ килеп еттек!
– Алло... Ой, миңә килдегеҙме ни? – тауышынан уҡ был хәбәрҙән ҡәнәғәт икәне һиҙелә. – Ишек төбөндә тораһығыҙмы? Сәскәләр менәнме? Ай, Аллам! Рәхмәт яуғырҙары...
– Ну... тыуған көнөгөҙ бит.
– Эйе шул. – Унан трубкаһын ситкә ҡуйып тороп кемдәргәлер ошо хәлде һөйләп ала, тегеләре “ах та ух” килә. – Аҡыллыларым, аҙыраҡ ҡына көтһәгеҙ, мин берәй сәғәттән ҡайтып етәм.
Вәт, һиңә! Бер сәғәт көт инде. Беҙ, әйткәндәй, эштән һуң, юҡ ваҡытты бар итеп пенсионерҙы ҡотлап китергә ашыҡтыҡ. Килмәҫ инек, был дата хаҡында ҡырҡ ҡабат әйтелде. Бәлеш бешеререн, аш һалырын белдек. Самалап хатта ниндәй бүләк көтөүен дә һиҙҙерҙе. Ә хәҙер килеп – йәнәһе, ул белмәгән! Йәнәһе, беҙ, уға булған сикһеҙ һөйөүөбөҙҙән ошолай бимазалап йөрөйбөҙ. Көйәбеҙ, әммә көтәбеҙ...
Бер мәл шул апайыбыҙ ауылда ятҡан еренән шылтырата:
– Минең фатирға барып ҡына балкондан сәскәләремде индереп ҡуйығыҙ.
Барабыҙ, индерәбеҙ, һыу ҡойоп китәбеҙ. Ике-өс көндән иһә телефондан “туҡмаҡ” алабыҙ:
– Мин һеҙгә балкондағы тумба тартмаһында ятҡан ләлә һуғанбаштарын индерергә ҡуштым. Өшөгәндәр бына, һеҙҙең моңһоҙлоҡ арҡаһында!
– Һеҙ бит сәскәләр тинегеҙ...
– Мин ошоларҙы күҙ уңында тоттом!
– ...
Балконда сәскә атып ултырған гөлдәрҙән тыш, ҡайҙалыр тартмала ятҡан орлоҡтарҙы беҙ телепатия аша белергә тейеш булғанбыҙҙыр инде, тик һәләтһеҙбеҙ шул. Аңлауыбыҙса, уныһына ла үҙебеҙ ғәйепле. Аптырайбыҙ, әммә өндәшмәйбеҙ...
Шәмбе көн апайыбыҙ инеп сыҡты. Күңеле көр.
– Иртәгә дуҫтар менән еләккә барам. Ялды файҙалы үткәрәм. Һеҙҙең ниндәй пландар? – ти.
Беҙ иртәгә иртәнсәк баҙарға барып килеп, көндөҙ өй таҙалау менән булып, кискә бер танышыбыҙҙың юбилейында буласағыбыҙҙы әйтәбеҙ. Шулай айырылышабыҙ ҙа, икенсе көндөң кисендә, юбилейҙың иң тантаналы өлөшөндә, апайыбыҙ яр һалып шылтырата:
– Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ ул?
– Беҙ? Байрамда булабыҙ, тинек бит...
– Ниндәй байрам? Мин бында ике биҙрә еләк менән ишек төбөгөҙҙә торам. Һеҙҙә төшөп ҡалдым.
–...
Шаҡ ҡатабыҙ, әммә күнәбеҙ... Үҙебеҙҙең апай шул.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас