+12 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
30 Апреля 2022, 08:00

Мәрхәмәт өләшеүсе

Шәфҡәтйән ил буйлап мәрхәмәт өлә­шеп йөрөй икән.Ҡаршыһына йәш егет тап булған. Шәфҡәтйән үҙенең мәрхәмәттәрен – һаулыҡ, байлыҡ, дәрәжәһен – тәҡдим иткән.

Мәрхәмәт өләшеүсеМәрхәмәт өләшеүсе
Мәрхәмәт өләшеүсе

Егет:”Мин типһәм, тимер өҙөр­лөкмөн. Сәләмәтлегем етерлек. Дәрәжә иртәрәк әле. Миңә байлыҡ бир», – тип һораған.
Шәфҡәтйән ары киткән. Юлында иномаркаға һөйәлеп, сигара имеп торған, дәү ҡорһаҡлы бәһлеүән ирҙе осратҡан. Ул: «Бына минең һаулыҡ, – тип ҡорһағын һыйпай икән. – Мин олигарх, байлығымды ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Миңә хәҙер дәрәжә кәрәк», – тип һорағанын алып ҡалған.
Шәфҡәтйәнгә бите йыйырсыҡланып бөткән, пеләш башлы, таяҡҡа таянып торған ҡарт осраған. Шәфҡәтйән: “Был һаулыҡ һорар инде», – тип уйлаған. Бабай: “Миңә һаулыҡ та, байлыҡ та, дәрәжә лә кәрәкмәй. Һаулыҡ алһам – тағы байлыҡ, дәрәжә тип үҙемде йәлләмәй йүгерә башлаясаҡмын бит. Был ҡула­саны үттем. Хәҙер ҡалған ғүмеремдә тыныс ҡына йәшәһәм – шул еткән», – ти икән.

Ышанһаң ышан

– Мин Рәсәйҙең киләһе президенты кем булырын беләм.
– Кем? Әйт һуң.
– Сәсле кеше буласаҡ.
– А-а! Аптыраттың. Асығын әйтһәңсе.
– Улай булғас, тыңла. Ленин пеләш. Сталин сәсле. Хрущев пеләш. Брежнев сәсле. Андропов пеләш. Черненко сәсле. Горбачев пеләш. Ельцин сәсле. Путин пеләш. Медведев сәсле. Хәҙер Путин президент. Тимәк, киләһе президент…

Фәрит ӘБҮБӘКЕРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас