+17 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
2 Мая 2022, 08:00

Иҫән ҡалһам...

(Бер ир көндәлегенән) ЙӘКШӘМБЕ. Мин яңғыҙым ҡалдым. Тотош бер аҙнаға. Ҡатыным кисә китте. Гоша түшәккә минең янға һикерҙе, ҡойроғон болғай. Ҡосаҡлаштыҡ. Урынымдан торҙом, кәйефем һәйбәт. Фатир буйлап олпат ҡиәфәттә кәләп һалып йөрөйөм.

Иҫән ҡалһам...Иҫән ҡалһам...
Иҫән ҡалһам...

Хәҙер бөтә ерҙә лә тәмәке тартырға мөмкин. Көн тәртибе төҙөнөм. Йыуынырға, ҡырынырға, этте урамда йөрөтөргә күпме ваҡыт кәрәклеген иҫәпләнем. Эйе, минең буш ваҡытым күп ҡала! Ҡатынымдың гел генә, ваҡыт еткерә алмайым, тип мыжы­ғаны һис кенә лә башыма һыймай. Кис көнө өҫтәл лампаһын ҡабыҙып, өҫтәлде яңы таҫтамал менән һөртөп алдым – байрам булғас, байрамса булһын! Бүлмәне йыйыштырыуҙы, һауыт-һаба йыуыуҙы иртәгәгә ҡалдырҙым.
ДҮШӘМБЕ. Эштән һуң ғына ҡайттым. Бысраҡ һауыт-һаба кәмемәне. Көн тәр­тибенә ҡайһы бер үҙгәрештәр ин­дерергә тура килде. Гошаға, көн дә байрам, көн дә туй булмай, тинем. Кискелеккә ҡалған билмәнде ҡыҙҙырҙым.
ШИШӘМБЕ. Ял алдым – өйҙәге эштәр мин уйлағандан да күберәк ваҡытты ала. Оҙағыраҡ йоҡланым. Эт иртән тышҡа алып сығыуымды көтөп тора алманы, ярай әле, эшен коридорҙа бөтөрҙө. Йыйып алдым, Гошаға мөхәббәтем кәмегәндән-кәмей. Еҫ ҡалды, дезодорант һиптерергә тура килде. Кухняла сосискаларҙы ашта йылытып, кәстрүлдән ашап була икәнен белдем. Ҡатыным теләгәнсә, көн дә саңды һурҙыртмаҫҡа ла мөмкин. Иң мөһиме – тупһала уҡ ботинканы һалырға, Гошаның тәпәйҙәрен йыуырға кәрәк.
ШАРШАМБЫ. Төш етте – түшәкте йыйыштырып торманым. Эткә ашарға бешермәнем. Ул ҡоро ризыҡҡа күсә. Әле майлы сайра банкаһы астым. Раковина менән проблема килеп тыуҙы – картуф ҡабығы, май ҡалдыҡтары, макарондарҙан тығылды. Ағыҙып ебәрергә тырышып ҡараным, килеп сыҡманы. Көн һайын ҡырыныу – анахронизм, ваҡытты бушҡа уҙғарыу, тигән һығымта яһаным.
КЕСАҘНА. Иҙәнде ҡабат һепермәйә­сәкмен. Был эш минең нервыға тейә. Этте үҙем менән эшкә алдым, проходнойҙа ҡалдырҙым. Фатирҙа бөтә мөйөштәрҙә лә “Педигри”ҙарын ташлап йөрөгәнсе, вахтер менән хеҙмәттә торһон. Киске девиз – консерваларға ҡағылмаҫҡа! Кис­келеккә асыуҙы, яғыуҙы, киҫеүҙе талап итмәгән нәмәләр генә. Батон менән сәй эстем.
ЙОМА. Өйҙәге тәртипһеҙлеккә идара итерлек түгел. Асыуы ҡабарған эт ҡатынымдың төнгө күлдәген, ике пар туфлийын сәйнәп ырғытты. Мин уға телдән шелтә белдермәксе булғайным, ләкин ул хәҙер ҡойроғон болғамай. Ул ни өсөндөр ҡотора. Кистән сисенмәй ятырға булдым, иртән барыбер кейенәһе. Түшәкте лә йыйыштырыу еңел – юрғанды ғына төҙәтәһе.
ШӘМБЕ. Беҙ эт менән икебеҙ бергә ашарға хәл иттек. Һыуытҡыстың үҙенән. Ишеген бик оҙаҡ асып тотмаҫ өсөн тиҙ ҡыландыҡ, әтеү ул әле һыуытмай, үҙенән әллә ниндәй еҫтәр килә. Берҙән-бер дөрөҫ ҡарарға киләм – этте эйәртеп урамға сығып китеү. Иртәгә тиклем иҫән ҡалһам, барыһын да ҡатыныма һөйлә­йәсәкмен. Мине, ғаилә тормошо инвалидын, тотош бер аҙнаға ташлап китергә ярамай. Етмәһә, эт менән!

В. ХӘМИҘУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас