

– Мин һиңә һорау бирәм, яуабын таба алмаһаң, 5 доллар аласаҡһың. Әгәр мин һинең һорауыңа яуап бирә алмаһам, шулай уҡ һиңә 5 доллар бирәм.
– Арыным, йоҡом килә! – Ҡыҙ баш тарта. Ләкин егет өҙмәй ҙә ҡуймай.
– Яуап бирә алмаһаң, 5 доллар түгел, ә 500 доллар бирәм, мин яуап тапмаһам, элеккесә 5 доллар.
Бынан ҡотолоп булмаҫ тип, ҡыҙ ризалаша.
– Ер менән Айҙың араһы күпме?
Ҡыҙ сумкаһынан 5 доллар ала ла юрисҡа бирә, боролоп ултыра ла йоҡламаҡсы була. Хәҙер юрист ҡыҙҙан һорау таптыра.
– Кем тауға өс аяҡ менән менә, ә дүрт аяҡ менән төшә?
Ҡыҙ боролоп ултыра ла әүен баҙарына китә. Юрист бик оҙаҡ баш вата, компьютерында соҡона – яуап таба алмай. Интернетҡа инә – яуап юҡ. Таныш-белештәренә имайл яҙа – яуап юҡ. АҠШ конгресы китапханаһына инә – яуап юҡ. Осоу тамамланып килә. Юрист ҡыҙҙы уятып, уға 500 доллар бирә.
– Рәхмәт… – Ҡыҙ ситкә борола.
– Яуабы?! Яуабын әйт инде! – Юрист иларҙай булып ялбара.
Ҡыҙ сумкаһынан 5 доллар сығара ла уға һуҙа.
И. ШӘМСЕТДИНОВ.