

Өйҙә яңғыҙым. Һаҡ ҡына духовканы яптым. Яңынан астым. Юҡ. Үҙемә билдәле булған шизофренияның бөтә билдәләрен барлайым: “Ен балаһы, ен балаһы, уйнап туйғас, кире бир! Апайыңа бик кәрәк”. Ҡамасауламаҫ өсөн аш бүлмәһенән сығам... Яңынан инеп, духовканы асам – юҡ! Ни өсөндөр көҙгө янына барам, ҡиәфәтем үҙгәрмәгән һымаҡ.
“Аш бүлмәһенән бәлеш юғалды”. Нимәлер эшләргә кәрәклеген аңлайым. Ҡулымды семетеп ҡарайым – ауырта. Үҙ-үҙемә әйтәм: “Лена! Һин өлкән, аҡыллы ҡатын! Уның ҡайҙа булыуы ихтимал?” Күршеләрҙер, бәлки? Еҫе тотош подъезға таралһа?.. Балкон асыҡ. Сығып ҡараным. Сит кеше инерлек түгел. Яңынан аш бүлмәһендәмен, кәйефем юҡ. Ни өсөндөр “Серле материалдар”ҙы хәтеремә төшөрәм... Сит планета кешеләренең бәлешемде ҡомһоҙланып ашауын күҙ алдыма килтергәс, эсем ҡатып көлөргә тотонам... Бер стакан һыу эстем. Буш стаканды ҡуйырға һауыт-һаба йыуғысты астым. Унда... донъя бөтөрөп эҙләгән бәлешем... Ишектәре йәнәш шул...
Миңә ялға китергә ваҡыт. Эйе бит?
Р. НУРИЕВА.