Өлкән ул:
– Хәстрүш булғас, тимәк, ул ваҡ кеше!
Уртансы ул:
– Ваҡ кеше булғас, тимәк, ул Мәҡсүттән.
Төпсөк ул:
– Мәҡсүттән булғас, тимәк, Ҡылый Исаҡай!
Исаҡайға барып һәүкәште таптырғандар:
– Исаҡай, беҙгә һыйырҙы бир!
– Һыйырығыҙҙы күргәнем дә юҡ.
Исаҡайҙы туҡмарға тотонғандар. Икмәк шүрлегенә менеп төшкәндәр – һыйырҙы бирмәй. Ергә һуҙып һалып типкеләгәндәр – барыбер бирмәй!
Исаҡайҙы судьяға алып барғандар.
– Бына Ҡылый Исаҡай беҙҙең һыйырҙы урлаған. Икмәк шүрлегенә менеп төштөк – бирмәй. Ергә һуҙып һалып типкеләнек – барыбер бирмәй! Әйтегеҙ әле шуға, бирһен.
Судья:
– Ә һеҙ һыйырҙың Исаҡай урлағанын ҡайҙан белдегеҙ?
Атай яуап бирә:
– Тимәк, былай: иртән аҙбарға инһәм, ҡайһылыр хәстрүш беҙҙең һыйырҙы урлап алып киткән!
Өлкән ул:
– Хәстрүш булғас, тимәк, ул ваҡ кеше!
Уртансы ул:
– Ваҡ кеше булғас, тимәк, ул Мәҡсүттән. Унда барыһы ла шундай.
Төпсөк ул:
– Мәҡсүттән булғас, тимәк, Ҡылый Исаҡай, башҡа бер кем дә түгел!
– Аңлашыла, – тигән судья. – Егеттәр, әйтегеҙ әле, ошо йәшниктең эсендә нимә бар?
Атай елкәһен тырнай:
– Йәшник квадрат.
Өлкән ул:
– Тимәк, эсендә түңәрәк әйбер.
Уртансы ул:
– Түңәрәк булғас, ҡыҙғылт-һары төҫтә.
Төпсөк ул:
– Ҡыҙғылт-һары төҫтә булғас, аңлашылып тора, әфлисун!
Судья йәшникте асып, унан… әфлисун сығара ла әйтә:
– Исаҡай, егеттәргә һыйырҙы бир!
И. ӘБЙӘЛИЛОВ.