-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
6 Май 2022, 14:00

Әсе борос

Кисә баҙарға барҙым. Минең эш урыныма баҙар яҡын ғына булғас, әсәйем әсе борос алып ҡайтырға ҡушҡайны. Көн һа­йын шунда инермен тип уй­лаһам да, юл төшмәй ҙә ҡуя.

Әсе борос
Әсе борос

Шулай ҙа бөгөн был мәсьәләне хәл итергә кәрәк тип, эштән һуң шунда һуҡлыҡтым да инде. Ул кешенең күплеге! Үҙемә кәрәкле әсе боросто һатып торған бабай яғына юлландым.
– Бабай, боросоң әсеме?
– Эйе, ауыҙға алғыһыҙ әсе!
– Ә тәмләп ҡарарға буламы?
– Әйҙә, улым, рәхим ит!
Бәләкәй генә бер киҫәген ауыҙыма алыуым булды, күҙҙән уттар күренде, ҡолаҡтан саҡ ҡына пар сыҡмай ҡалды, баш мейеһе шартлай яҙҙы. Шул хәтле әсе икән дә ул.
Шулай ҙа әсе боросҡа иҫем китмәгәндәй итеп кенә кире ырғыттым да, сәпсим дә әсеһе юҡ та баһа, тип бабайға күҙ йү­гертеп алдым.
– Нисек инде булмаһын, мин бит үҙем ашап ҡараным, – тип бабай йыуан ғына боростоң ҡап яртыһын ауыҙына тығып сәйнәй башлай.
Былай булырын мин башыма ла килтермәгәйнем, шулай ҙа тиҙ генә тайыу яғын ҡараным. Артымдан бабай күтәреп бәргән ултырғыстың шарт-шорт килеп һынғаны, ә ҡолағыма яман итеп һүгенеп ебәреүе ишетелеп ҡал­ды.

SOS


Беҙҙең офиста эш көнө иртән иртүк башлана. Был юлы ла шу­лай булды. Хеҙмәткәрҙәр бөтәһе лә компьютерға текәл­гән. Бүлмәлә себен осҡан тауыш та юҡ. Йәнәһе, һин дә мин эш эшләгән кеше булып “Контакт»ҡа йә булмаһа “Класташтар” сайтына инеп рәхәтләнеп ултыралар.
Шулай ултыра торғас, бер саҡ компьютерҙың Интернеты юҡ­ҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Күпмелер ваҡыт үҙебеҙ йүгергеләп ҡа­раһаҡ та бер ни ҙә сығара ал­маныҡ. Офиста беркетеп ҡу­йылған үҙебеҙҙең компьютер­щи­гыбыҙ бар, киттек уны эҙләп. Уға мөрәжәғәт итһәң, ул тиҙ генә көйләп ебәрә торғай­ны. Ултырған бүлмәһенә бар­һаҡ, ул унда юҡ.
Аҙаҡтан, асыҡланыуынса, компьютерщигыбыҙ үҙе Сер­верҙа бикләнеп ҡалғанлығы асыҡланды.

Л. ШАЯНОВА.

Фото: allo-spb.com

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас