– Кемдә ниндәй мәғлүмәттәр бар? – тип һораны шайтандар армияһы генералы Ҡойороҡов.
– Иптәш генерал, Өфө ҡалаһындағы балалар баҡсаһының береһендә кешеләргә зыян килтереү буйынса бик яҡшы уңыштарға өлгәшкән директор Төлкөханованы табып алдыҡ, – тине шайтан разведчик Шымаҡов.
– Бик яҡшы. Нисегерәк зыян килтерә?
– Уның ҡулы, аяғы аҫтында эшләмәйенсә эш хаҡы бирелгән хеҙмәткәрҙәр бар.
– Нисегерәк? Бының серен һөйләп бир.
– Төлкөханова үҙенән юғары түрәһенең бисәһен йәки ҡыҙын, йә үҙенең туғанын тәрбиәсе итеп эшкә ала, әммә улар эшләмәй, ләкин хеҙмәт хаҡы түләнә. Улар урынына башҡаларҙы икешәр смена эшләтә лә, хеҙмәт хаҡын бер смена өсөн генә түләй. ”Икешәр смена бил бөгәбеҙ, хеҙмәт хаҡын тейешенсә түләгеҙ”, – тип әйтеүселәргә: “Мин һеҙҙе көсләп тотмайым, китегеҙ ҙә барығыҙ, эш эҙләп йөрөүселәр күп, святое место пусто не бывает”, – ти. Уның әйткәне бик дөрөҫ, кешеләр эшкә килеп тора, норманан тыш эшләгәндәренә эш хаҡын ала алмағас китеп тора. Икенселәр… өсөнсөләр... тағы килә, тағы китә... Ә теге туған-тыумасаға эш хаҡы түләргә батрактар иҫәбенән баҡсала эш башҡарыла.
Шайтандар дәүләтенең башлығы баҡса директоры Төлкөханова Зыянбикәне “Иң алама директор” тигән орден менән бүләкләргә тигән указға ҡул ҡуйҙы.
ИШКИЛДЕ менән ҠУШКИЛДЕ.