0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
11 Май 2022, 11:00

Юғалған күл

Ҡеүәтле тракторын үкертә-үкертә ер күкрәген йыртҡан бер егет Төпһөҙкүл янында сиҙәм күтәрә. Ҡорос ат ҡапыл туҡтаны ла, тынып ҡалыуға, тракторсы күҙ яуын алып ятҡан мөлдөрәмә тулы күл янына килде.

Юғалған күл
Юғалған күл

Ғәжәп серле булыу өҫтөнә, ифрат матур ҙа, һәләк шау­ҡымлы ла ул тылсымлы Төп­һөҙкүл буйҙары. Һәр саҡ үҙенә тартып ҡына ята. Һөҙәк ярҙары һомғол зифа ҡамыштар менән ҡапланған булһа, ҡуш дилбегә буйламаҫ зөмбәйендә алтын-һары томбойоҡтар үҫә. Шом тулы ҡумырыҡтарын йәшәмеш суртандар төйәк иткән, йәнә­шәһендәге түңәрәк һаҙында һуналар оя ҡора, торналар бала сығара. Ә үтә күренмәле таҙа­лығы Төпһөҙкүлдең! Йылҡыл­дап ятҡан терегөмөшмө ни!..
Ошо мәл эшем эйәһе бригадир килеп сыҡты.
– Ниңә ярға еткерә һөр­мәйһең? – тине ул тракторсыға яман ҡарап.
Ә малай ҡоронан яңы сығып килгән йәш, тәжрибәһеҙ тракторсы ҡапыл ғына нимә тип яуап бирергә дә белмәне.
– Үтә яҡындан һөрҙөниһәң, күлгә тупраҡ ағып төшөр ҙә, тө­бөнә ләм тулыр бит, – тигән булды. Ҡарағыҙ, ниндәй гү­зәллек!
– Тупрағы төшәме-юҡмы, уныһы, ҡустым, һинең эш түгел. Һинең эш ер һөрөү һәм мин нимә әйтәм, шуны урын еренә еткереп үтәү.
– Шулай ҙа күл йәлке бит әле, ағай. Күҙ йәшеләй мөл­дөрәп ята…
– Бына күрәһеңме, ун аҙым­дан артыҡ һөрмәй ҡал­дыр­ғанһың, – бригадир тракторсыны тупаҫ бүлдерҙе, – иртәгә килеүемә әйткәнде үтәмәһәң… Акт төҙөйөм дә, докладной… Гүзәллек, имеш…
Ошо ҡарап тороуға ғәҙәти генә һөйләшеүгә бихисап йылдар үтеп китте, күп һыуҙар аҡты. Бригадир ағаһын аңлай алма­ған егет, күл ярын аҡтарып торманы, ә ҡорос арғымағын ташланы ла ҡуйҙы. Ярҙы икенсе тракторсы һөрөп бөтөрҙө. Бөткәнме ни күндәм кешеләр…
Уның ҡарауы, Төпһөҙкүл инде бөгөн юҡ. Уның урынында – батҡағы әйләнеп ятҡан соҡор ғына. Хәҙер зифа ҡамышы ла, алтын томбойоғо ла күренмәй. һуналар оя ҡормай, торналары бала сығармай. Ҡасандыр дәү суртандар йөҙөп йөрөгән, иртән­ге ысыҡ ише саф һыу урынына әле ләм тулған да, күлдең төбө өҫкә үк ҡалҡып сыҡҡан. Өҫтәүенә, ул тирә-яҡҡа тын алғыһыҙ һаҫыҡ еҫ таратып ята…
…Ҡулына сыбыҡ тотҡан ап-аҡ сәсле ҡарт килә. Йөҙө үҙенең таныш һымаҡ. Сырамыттым да баһаң тегене: элекке бригадир иптәш бит! Хәҙер уның «пенсия» ашап ятҡан көнө. Әле аҙашҡан быҙауын эҙләп йөрөй икән.
– Аһ, ниндәй ятҡан Төп­һөҙкүлде бөтөрҙөләр бит, ә, – тип уфтанды ул, ҡулын ҡаш өҫтөнә ҡуйған килеш, – ма­турлыҡ баһаһы менән гүзәллек ҡәҙерен белмәйҙәр шул беҙҙә…

Ринат НОҒАМАНОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: