+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
12 Май 2022, 17:00

Туйҙа

Дуҫым өйләнде. Туйға саҡы­рылыусылар араһында мин дә бар инем. Байрам мәктәп аш­ханаһында үтергә тейеш.

Туйҙа
Туйҙа

Ун минутҡа һуңлап барҙым. Мәк­тәп ихатаһында бер ҡыҙ еңемдән эләктереп алды.
– Тиҙерәк, тиҙерәк! Ниңә һуңланығыҙ? Барыһы ла ултырышып бөттө, – тине ул.
Залға йүгереп индек. Бүлә­гемде стена буйындағы өҫ­тәлгә һалдым. Мине ҡулдарына бокал тотоп тороусылар янына баҫтырҙылар. Эстем, ултыр­ҙым. Икенсе тост ваҡытында йәштәргә күҙ һалдым. Нимә был?! Кейәү минең дуҫым түгел! Бөркәнсекле кәләште лә таныманым. Тиҙ генә һи­кереп торҙом да, өҫтәл янына барып, бүләгемде ала һалдым. Әлдә сит кешенекен эләк­термәгәнмен. Залдан йүгерә-атлай сыҡтым.
Баҡтиһәң, дуҫымдың туйы бинаның икенсе яғында бара икән. Ике бүләгем булһа, ике туйҙа күңел асыр инем. Бер үк ваҡытта.

Б. ҠОТЛОЯРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: