ХХI быуатта беҙ бик һәйбәт йәшәнек, тип әйтергә була. Бигерәк тә ҡәҙерле депутаттарыбыҙ. Ә ябай халыҡ интекте. Уларҙың бәләкәй генә эш хаҡынан әллә күпме квартплата түләттеләр. Уныһы ай һайын артып тора. Урмандағы ҡортло бәшмәк һымаҡ. Быныһы бер булһа, икенсе яҡтан, йыл аҙағында һалым түләп эт булдыҡ. Машинаңа, ереңә, бесәйеңә, этеңә…
Тиҙҙән тәбиғәт байлыҡтарын да тотоноп бөтөрбөҙ, ахыры. Ләкин һеҙ борсолмағыҙ, ҙур-ҙур сүплектәр ҡалдырҙыҡ. Унда бөтәһе лә бар. Әгәр ҙә һеҙҙең ике ҡулығыҙ, ике аяғығыҙ һәм башығыҙ булһа, сүплектәрҙән барыһын да табып була. Кейем-һалымдан башлап йәнең теләгән әйбер бар. Ләкин таҙа һыуҙы таба алмаҫһығыҙ. Беҙ ҙә таҙа һыуһыҙ, таҙа һауаһыҙ көн күрҙек. Һыуҙы магазиндарҙан һатып алдыҡ. Хәҙер унда ла бөткән, тиҙәр. Бер ниндәй аҡсаға ла таҙа һыу һәм таҙа һауа һатып алып булмағанын аңланыҡ. Һеҙ таҙа һыуҙы бер генә ерҙән, ул да булһа – Антарктиданан таба алырһығыҙ. Беҙҙең быуат унда барып етә алманы, сөнки һыуыҡтан ныҡ ҡурҡтыҡ.
Әгәр ҙә «Араҡы» йәки «Һыра» тип яҙылған шешәләр тапһағыҙ, уларҙы нефть скважиналары ярығына ырғытығыҙ. Үҙегеҙ улар тирәһенә яҡын да бармағыҙ, сөнки бөтә булған эсемлектәрҙе эсеп бөтөрҙөк. Тағы ла һеҙгә матур ғына дүрт мөйөшлө йәшниктәр осрар. Уларҙың бер стенаһы быяланан эшләнгән булыр. Беҙҙeң заманда компьютерҙар тип атала торғайны. Шунда бер нисә төймәһенә төртөп алһаң, беҙҙең тормошто күрһәтә башлар. Бигерәк тә яланғас ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы күрһәтәләр. Әйтерһең дә, кейергә бер нәмәләре лә булмаған. Уларға ышанмағыҙ, беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ мода тигән булып шулай йөрөй.
Үҙебеҙҙең планетала тәртип булдырырға уйлағайныҡ та, килеп сыҡманы. Хәҙер беҙҙә бер кем дә гәзит-фәлән, китап-маҙар уҡымай. Ошо компьютер тигән йәшниккә текәлеп, төймәләренә баҫҡылап тик ултыралар. Тиҙҙән яҙыу-һыҙыу эшен дә онотоп ҡуйыуыбыҙ бар, шуға уйланыҡ-уйланыҡ та һеҙгә хат яҙып ҡалдырырға булдыҡ.
Бәхетле булығыҙ, ҡәҙерле киләсәк быуат!
ХХI БЫУАТТА ЙӘШӘҮСЕЛӘР.