-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
14 Май 2022, 12:00

Мәрәкәләр

ЭШКӘ БАРАМ– Хәмит, ҡайҙа шулай йүгерә-атлай китеп бараһың?– Эшкә инде, эшкә.– Был ваҡытта ниндәй эш, ти. Хәҙер төш етә бит.– Эшкә һуңлағанды беләм дә ул, ә шулай ҙа төшкө ашҡа булһа ла өлгөрәйем, тим.

Мәрәкәләр
Мәрәкәләр

ОНОТҠАН
Кескәй Сәлим:
– Олатай, бала сағыңды иҫләйһеңме ул?
– Әлбиттә, улым!
– Ә мин бына ни эшләптер онотҡанмын, хәтеремдә юҡ.

ШУЛ УҠ ХАҠ
Фатима күршеһен күреп:
– Латифа әхирәт, баҙарға барғанһың икән, – ти. – Нимә алдың һуң?
– Юҡ, һатып алам тиһәң, ҡайҙа ҡарама, үҙебеҙҙең магазиндағы кеүек, шул уҡ хаҡ икән…

ТӘМӘКЕ ХАҠЫ
Ҡапҡа төбөндә, күләгәлә саф һауала ултырам. Бер ваҡыт яныма Сәлих килеп ҡунаҡланы. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, Сәлих һорап ҡуйҙы:
– Ағай, тәмәкең юҡмы, тө­тәтеп алыр инек.
– Ул ағыу менән араны өҙгәнгә, хан заман.
– Яҡшы, әләйһә, үҙемдекен тартам инде, – тине лә кеҫә­һенән башланған бер ҡап тәмәке тартып сығарҙы.
Шундай ваҡсыл әҙәмде тәүге тапҡыр күргәнгәме, күңел болғаныуҙан саҡ ҡоҫоп ебәрмәнем.

УТЫН ЯРЫУ
Рәсим күршеләренә утын ярырға ялланған. Ауылдаштары уны күргәс, аптырап:
– Хәстрүш, тәүҙә үҙеңдекен ярыр инең! – ти.
– Ҡатын рөхсәт итмәй…
– Нисек инде?
– Һиңә араҡы алып эсереп, расходланғансы, үҙем ярам, ти.

ЮҒАЛЫП ҠАЛМАҒАН
Йәш сағында Зәбир ағай күрше ауылға киске уйынға йөрөр булған. Бер мәл урындағы егет унан көлмәксе итә:
– Ҡарағыҙ әле, был килме­шәк тағы килгән…
Зәбир ағай ҙа юғалып ҡалмаған:
– Эй-й, дуҫ кеше, хата­ланаһың, ниндәй килмешәк булайым, ти. Өләсәйем ошо Туғайлы ауылыныҡы, – тип тегенең ауыҙын тиҙ япҡан.

Тимербулат МӨХӘМӘТҠОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: