-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
16 Май 2022, 17:00

Ейән менән олатай

Беҙ ейәнем менән урман­ға бәшмәккә барҙыҡ. Ул алдан елдерә, артынан ҡыуаҡ­тар ғына сыртлап ҡала.– Олатай! – тип ҡысҡыра. – Мин бәшмәк таптым!

Ейән менән олатай
Ейән менән олатай

– Юҡ, Илһам, – тим. – Был насар бәшмәк.
Әлбиттә, уға шунда уҡ сандалый эләкте.
– Туҡта! – тип ҡысҡырам. – Ә быныһына теймә.
– Ниңә? – Ейәнем күтәр­гән аяғын төшөрҙө. – Быныһы ла ағыулы. Шулай уҡ аҡ.
– Юҡ, ағы ана тегендә, ҡыуаҡ аҫтында, – тип аңла­там. – Ә быныһы гөрәздә тип атала. Шулай булғас, урыны кәрзиндә. Ағын да алабыҙ.
– Олатай, ул аҡ түгел дә инде. – Ҡара төҫтәге бәш­мәк­те өҙөп, ейәнем ҡулын­да әйләндерә. – Эшләпәһе көрән.
– Аҡ – сөнки… сөнки ул затлы, – тип аңлатам Ил­һам­ға. – Үҙ осорондағы аҡ гвардеецтар кеүек. Уларҙы тағы ла ғали йәнәптәре тип йөрөт­кәндәр.
Шунда уҡ икенсе һорау яңғыраны:
– Олатай, аҡ гвардеецтар кемдәр ул?
Юҡҡа был теманы күтәр­гәнмен. Шуға күрә ҡулым­ды һелтәйем.
– Кит әле шуларҙы! Беҙ һинең менән, ейәнем, ҡыҙылдарбыҙ.
– Ошондайҙармы? – тип ҡәнәғәт ҡысҡыра ейәнем, мухоморға күрһәтеп.
– Юҡ, ейәнем, быныһына ла тибергә кәрәк. Сөнки ул насар. Юҡ, типмә, үҫкән икән, ул барыбер нәмәгәлер кәрәк.
Ә ейәнем урман шырлы­ғынан ҡысҡыра:
– Олатай, ҡара әле, иҫәп­һеҙ-һанһыҙ бәшмәк! Үҙҙәре шундай ҡыҙыҡтар! Бер-бер артлы төпһәгә менеп баралар!
Опята тапты шикелле. Яратам мин уларҙы, ҡоро­лар, таҙалар, һәр ваҡыт төркөм-төркөм булып үҫәләр.
– Афарин, улым! – Ҡәнә­ғәт­ләнеп мығырла­йым, ке­ҫәм­­дән бәке сыға­рам. – Был берҙәм егеттәр опята тип атала. Хәтерлә­неңме? Ипләп кенә ҡырҡып алып кәрзингә һалайыҡ әле.
Юҡ, был арыу белмәҫ малай артынан эйәреп булмай! Тауышы йәнә урманды яң­ғырата:
– Олатай, быныһын алыр­ғамы? Фу, ниндәй лайлалы! Әллә уға тымау тей­гәнме?
– Уф, ейәнкәйем, саҡ ҡы­на көт әле, бер аҙ тын алайым. – Илһам тапҡан бәш­мәк янына сүгәләйем. – О, был һәйбәт бәшмәк! Майлы бәшмәк тип атала. Ул саҡ ҡына лайлалы булырға тейеш тә инде. Ба, бына бүрекбаш та! Уның миҙгеле түгел кеүек, ә үҫкән. Уны ла кәрзингә!
Ҡайҙалыр яҡында ту­мырт­ҡа ағасты ҡорттан таҙарта, кәкүк саҡыра. Илһам оҙаҡлап иҫнәй:
– Олатай, йоҡом килә. Әйҙә, ҡайтайыҡ. Кәрзи­небеҙ ҙә тулды, бәшмәк­тәрҙе кеп­каға ла йыйған­һың.
Аңлашыла – малай буйтым кислород һулаған. Үҙем дә арығанмын.
– Мин – ҡарт бәшмәк. – Тубыҡтарыма һуғып, ҡых-ҡых килеп ерҙән күтәреләм. Тыныс һунар менән мауы­ғып, ейәнкәйемде бөтөнләй онотҡанмын. Тиҙерәк ҡай­тыр­ға кәрәк, урманда йөрөү етер.
– Олатай, һин үҙеңде кем тинең әле? Һин, ысынлап та, бәшмәкме? – Ейәнем һуҡмаҡ буйлап йүгерә, етмәһә, арты менән алға.
– Эйе, ейәнкәйем, бәш­мәк! – тип раҫлайым. – Ә элек бөркөт инем! Йә, остоҡ! Өләсәйең көтә-көтә көтөк булғандыр.
Беҙ үҙебеҙҙе өләсәй көткән дачаға “остоҡ”. Илһамдың сандалый табандары ғына ялтырап ҡала – аттай һикерә-һикерә саба, ә мин еңелсә юрғалайым. Их, заманында беҙ ҙә юртаҡ аттар инек бит!

М. ВӘЛИЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: