-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
16 Май 2022, 14:00

Фатир

Урам кафеһында ике ир ултыра.– Ҡара әле, ана, риэлтор килә, күрәһеңме? Уның янында ҡыҙы менән ҡатын. Уларға һаман да фатир эҙләй, күрәһең. Ха!

Фатир
Фатир

Беләһеңме, ул миңә тигән фатирҙы саҡ тартып алманы! Ҡатыным менән адреста күрһәтелгән йортҡа килдек. Туғыҙынсы ҡат, тәҙ­рәнән Ағиҙел йылғаһы күренеп тора. Ә хаҡы… хаҡы сиктән тыш! Биш минуттан һуң ишектә ҡыҙы менән ошо ханым кү­ренде. Ҡыҙ шунда уҡ тәҙрәгә ҡапланды, миңә бында оҡшай, әйҙә, тиҙерәк һатып алайыҡ, бында өҫтәл ҡуйырбыҙ, мин һүрәт төшөрөрмөн, ти. Мин тегеләргә, ғәфү итегеҙ, беҙ беренсе булып килдек, тим. Ныҡ ҡиммәт булһа ла һатып алдым. Ханымға ауыҙ асырға ла ирек бирмәнем.
– Мин ул ханымды беләм. Тик һинең кәйефеңде төшөр­гөм килмәй…
– Ни өсөн?!
– Ул ханым – риэлторҙың ҡатыны.

Б. ШАМСУНОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас