-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
16 Май 2022, 18:00

Иҫәп-хисап

Келәт хужаһы менән әңгәмә­лә­шергә, күпме материал ҡалғанын тикшерергә индем. Объектта эш башлар алдынан барыһы ла етерлек булһын.

Иҫәп-хисап
Иҫәп-хисап

– Мотор майы күпме ҡалды?
– Дүрт мискә 10W40 һәм бер мискә 5М40, – тип яуапланы ул һәм артында торған мискәләргә төртөп күрһәтте.
– Ә пропан?
– Ишек төбөндә өс баллон, хәҙер ебәрәсәкмен. Иртәгә тағы ла икене килтерергә тейештәр.
– Болгаркаға дискылар бармы?
– 16 ҡап, – тине ул бер ниндәй ҡағыҙға ҡарамайынса хәтеренән һәм алдында торған йәшникте асты, – һәм 70 килограмм электрод.
Мин тиҙ генә йәшникте ҡара­ным, яңылышмаған.
– Түшәк кәрәк-яраҡтары?
– Алты комплект бар, тағы ла комплектһыҙ ике мендәр тышы. Мендәрҙәр һатып алырға кәрәк, юрғандар ҙа иҫкерҙе.
Келәт мөдире түшәк-кәрәк яраҡ­тары һаҡланған бүлмәгә алып инде. Килеп инеүебеҙ менән, стеллаждар аҫтынан бесәй килеп сыҡты ла, келәттең икенсе башына йүгерҙе, уның артынан икенсеһе елдерҙе. Йылытҡыста бәләкәйерәге ята, сығып барғанда балаһы осраны.
– Ҡара әле, бында һинең нисә бесәйең бар ул?
– Өс ҙур, береһе быуаҙ, ике аҙнанан балаларға тейеш, бер ата һәм ике бала бесәй, – тип яуап бирҙе ул автоматтан атҡандай.
Бына, исмаһам, иҫәп-хисап!

З. ФӘНЗИЛОВ.

Фото: freepng.ru

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас