

2020 йылда ул дүртенсе ҡатыны менән айырылышҡайны. Күрәһең, оҙаҡ буйҙаҡ ир булып йөрөгөһө килмәгән, йәнә өйләнгән. Тағы ла йәшерәк ҡатын алған. Музыка педагогия институты студенты, арфист София Каландадзе менән ғаилә ҡорған.
Гордон буласаҡ кәләше менән 4 йыл элек, ҡыҙға 16 йәш сағында танышҡан. Улар бергә музыкаль фестивалдә сығыш яһаған. Сараны Софияның ағаһы, данлыҡлы пианист Борис Березовский ойошторған икән.
Бер нисә ай элек Александр менән София халыҡҡа белгертмәйсә генә ЗАГСта мөнәсәбәттәрен теркәгән. Унда ҡунаҡтар ҙа, журналистар ҙа саҡырылмаған. Әле иһә Суздалдә Спас-Евфимий монастырендә никах үткәргәндәр. Атаҡлы алып барыусының элекке никахтарынан дүрт балаһы бар: ике улы һәи ике ҡыҙы.
Ә Софияның был иһә икенсе никахы. Тимәк, ғаилә тормошонда уның да тәжрибәһе бар.
Фото: ife.ru
https://omet-rb.com/articles/yoldyzlar-tormyshynnan-/2022-05-17/gordon-bishencheg-yl-ng-n-2807889