– Элек ауылда халыҡ матур, татыу йәшәне, хәҙер кешеләр боҙолдо, ярҙам итеү түгел, бер-береһен күрә алмайҙар, бигерәк тә йәштәр. Үткән ҡайтҡанымда урамға сығып, күп тә атламағанмындыр, ике-өс егет осраны. Күрешеү урынына, минән аҡса һорай йүнһеҙҙәр, әҙ генә «аҡбаш»ҡа етмәй, башың ауыртһа, һалып та бирәбеҙ, тиҙәр. Әллә мине үҙҙәре кеүек алкаш тип уйланылар инде.
– Юҡҡа борсолаһығыҙ… Бәлки, ағай, һине ҡалала йәшәгән аҡсалы, бай кеше, тип уйлап шаяртырға булғандарҙыр?! – тине арабыҙҙан Фәрит исемле егет. Ҡапыл Нәғим ағайҙың көҙгө кеүек йөҙө боҙолдо, әлеге егеткә асыулы ҡарашын ташланы ла:
– Нимә, ҡайҙан беләһең ни уйлағандарын, әллә уларҙың араһында һин дә бар инеңме? – тине. Фәрит өнһөҙ ҡалды, аҡланырға һүҙ тапманы.
Тартай теленән таба, тигәндәре, бәлки, шулдыр.
Т. МӨХӘМӘТҠОЛОВ.
Фото: demo.multiurok.ru