Бер ҡыҙ сыға, ул – унынсы ҡаттағы күршем, минән бер ҡат түбән йәшәй, шуға күрә уның тураһында күп нәмә беләм. Шундай күҙәтеүсән кешемен. Ҡыҙ, әйтәйек, бик үк... тотанаҡлы түгел, наркотик менән шаярғылай.
Өндәшмәй генә ултырҙы. Ҡуҙғалдыҡ. Һәр ваҡыттағыса, музыка уйнай, ҡыҙыҡай моңһоу ғына ҡаланы күҙәтеп бара. Килеп еттек, хаҡты атайым. Боролам һәм бына...
– Һеҙҙән үтенергә мөмкинме?
– Нимә тураһында?
– Ике минут ҡына көтөгөҙ, мин өйгә инеп аҡса алып сығам.
– Әлбиттә, мөмкин. Тик оҙаҡҡа түгел, – тинем ышаныс менән, һуң күршеләрбеҙ ҙә баһа, бер ниндәй ҙә шик тыуманы.
Ҡыҙыҡай подъезға инеп китә, машинаны үҙ урынына ҡуйҙым, подъезд янына килдем. Һмм... ун минут көттөм, бер кем дә сыҡманы. Күтәрелеп, төймәгә баҫтым.
– Мин һеҙҙең өҫкө ҡаттағы күршегеҙ.
– Күптәнме?
– Ун йыл йәшәйем инде.
– Ғәфү итегеҙ, хәҙер аҡса сығарам.
Компенсация сифатында өҫтәп 100 тәңкә бирҙе.
А. ЫРЫҪБАЕВ.
Танытмаһыҙ
ЮХХДИ-ҙан яңы реклама акцияһы: “Бер мең һумлыҡ йөҙ ҡағыҙ йый ҙа праваңды кире ал”.
***
Гаишник шикле машинаны туҡтата. Багажникты аса, ә унда – төргәге менән үлән, автомат һәм бер пакет аҡса.
– Тә-ә-әк, гражданин, әйҙә, асыҡлайбыҙ: әйберҙәрҙең ҡайһыһы һинеке, ҡайһыһы минеке?
***
“Таныҡлыҡтары булған кешеләрҙе машина йөрөтөргә өйрәтәм” тигән иғланды беҙҙең илдә генә күрергә мөмкин.
***
Тәҙрәләр аҫтында ике тәүлек инде кемдеңдер автомобиль сигнализацияһы үкерә. Ә бөгөн иртән машинала яҙыу күрҙем: “Зинһар, сигнализацияғыҙҙы көйләгеҙ, ул балаларға йоҡларға ирек бирмәй”. Яҙыуҙы шофер ишеге яҡлап түбәгә матурлап ҡағып ҡуйғайнылар.
***
– Рәсәй автомобилдәре донъя стандарттарына тап килһен өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Донъя стандарттарын үҙгәртергә.
***
Гаражда тәртип урынлаштырҙым, сүп-сарҙы сығарып түктем, бөтә нәмәне кәштәләргә теҙеп ҡуйҙым, иҙәнде йыуып сығарҙым. Иртәгеһен ирем былай тине:
– Һөйөклөм, беҙҙең гаражға төшкәндәр, ҡиммәтле әйберҙәрҙе алып киткәндәр.
***
Автозаправкала.
– Һеҙҙе иҫкәртергә мәжбүрмен: бөгөндән башлап бензинға хаҡ артты.
– Яҡшы. Миңә кисәгеһенән илле литр ҡойоғоҙ.
***
Танытма алыуға имтихан.
– Һеҙ өйөгөҙҙән, әйтәйек, ике саҡрым киткәс, машинаны ҡабыҙыу асҡысын икенсе пинжәктә онотоп ҡалдырыуығыҙҙы иҫкә төшөрҙөгөҙ, ти. Ни эшләйһегеҙ?
– Тормозға баҫам, машинанан сығам, машинаны этеүсе иҫәргә ҡарайым.