Саҡырам-саҡырам, өсөнсө агентствола ғына машина табылды.
– Көл төҫөндәге десятка, номеры шундай-шундай, биш минуттан сығығыҙ, – тине диспетчер.
Машина әйтелгән ваҡытҡа килде. Ә руль артында… әбей. “Рәхим итегеҙ!” тип, шунда уҡ үҙенә йәлеп итте, һөйләшеп киттек. Күптән пенсияла икән, пассажирҙар ташыуына бер йыл, мәрхүм иренән машина ҡалған, үҙе иҫән саҡта рулде ышандырмаған. Ысын күңелдән һөйләштек.
Баҡсаға барып еттек. Юл хаҡы – 70 һум. 100 тәңкә тотторҙом, ә әбей сдача урынына бөйөрөк тәҡдим итте. Картуфтан! Баш тартманым, әлбиттә. Әбей кәстрүл ҡапҡасын асты ла, унан яңы ғына мейестән сыҡҡан бөйөрөк алып бирҙе. Һыуынып та өлгөрмәгән. Машинанан төшкәс, тәмләп ҡараным. Телеңде йоторлоҡ! Нисектер әбей йәл булып китте. Машина боролоп өлгөргәнсе, туҡтаттым.
– Бөйөрөктәрегеҙ шул тиклем тәмле! Бөтәһен дә һатып алырға мөмкинме?
– Ой, улым, ғәфү ит, булмай. Әле генә линияға сыҡтым, һиңә бирһәм, башҡа пассажирҙарға ҡалмай бит…
Ф. ЗӨФӘРОВ.