+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
25 Май 2022, 17:00

Ҡалабыҙ ҙур түгел

Ҙур булмаған ҡала. Бер апайҙың өйөнә төшкәндәр. Әйберҙәренә әллә ни ҡағылмағандар, ул хатта ҡурҡырға ла өлгөрмәгән. Хулиганға хәмергә аҡса етмәгән.

Ҡалабыҙ ҙур түгел
Ҡалабыҙ ҙур түгел

Ләкин енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хулиганды тотҡандар. Закон зыян күреүсенең уны таныуын талап итә.
Әйтелгән – эшләнгән. Тәртип һағында тороусылар урамға сығып ике бүнәтәй алып инә. Ғәйепләнеүсене сит кешеләр араһына ултырталар.
– Апай, инегеҙ!
Апай инә. Тәфтишсе һорай:
– Апай, иғтибар менән ҡарағыҙ, был кешеләрҙең берәйһен танымайһығыҙмы?
– Таныйым.
– Бүнәтәйҙәр, иғтибар! Кемде таныйһығыҙ, апай?
– Барыһын да.
– Барыһын да?!
– Барыһын да. Тәҙрә янындағыһы Юлай, ағайымдың улы, минең ҡустым. Шунан Вәрис, ул беҙҙең цехта эшләй. Ә һулда – теге хәшәрәт, мин уны... һ. б.
Бына шулай. Ҡалабыҙ ҙур түгел.

Ф. МИҺРАНОВ.

Кәрәк ине
2000 йылдар башында педагогия университетын тамамлап, тәҡдим ителгән урындарҙа уҡытыусыларҙың эш хаҡын белешкәс, төкөрҙөм дә үҙемә эшләргә булдым.
Ҡайҙалыр фотошопта заказ эшләйем, ҡайҙалыр еләк-емеш йыйып һатам, ҡайҙалыр баҙарҙа һатыу итәм, кемгәлер мәҡәлә яҙып бирәм, бизнесмендарға реклама ижад итәм. Ҡайһы берҙә көнөнә педагогтарҙың айлыҡ эш хаҡынан да күберәк килеп сыға.
Баҙарҙа торам, еләк һатам. Янымдан университетта уҡытҡан уҡытыусым үтеп бара. Туҡтаны, ғәжәпләнеп ҡулын сапты.
– Баҙарҙа тороу өсөн биш йыл уҡыу кәрәк инеме һуң?
– Кәрәк ине. Мин юғары белем алдым, әҙерәк аҡылға ултырҙым.
Һатыулашыу
Автомобиль дискылары һатам. Комплектта. Бер нисә кеше шылтыратты ла инде.
– Икеһен генә һатаһығыҙмы?
Яуап бирәм:
– Дүртеһен дә алығыҙ, ә һуңынан икеһен үҙегеҙ һатырһығыҙ.
– Юҡ, һуңынан мин икеһен нисек һатырмын?
– Ә мин икене нисек һатыр, тип уйлайһығыҙ?

Ғ. АЛЛАМОРАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: