

Балконға сығып, яңы өйҙәрҙә нимә эшләгәндәрен күҙәтеп була. Бигерәк тә ашыҡҡан ваҡытта ярым яланғас балконға сыҡһалар, бөтәһе лә күренеп тора. Нисә йылдар буйы иркенлектә йәшәп өйрәнгәс, тәҙрә яғына бара башлаһаң, ҡурҡып та, ҡаушап та ҡалаһың. Яңы төҙөлгән фатирҙан кемдер күҙәтеп торған һымаҡ. Йорттар һалғас та беренсе ҡатында бер түгел, ике магазин астылар. Уларҙан һис кеше өҙөлмәй.
Быныһы бер булһа, икенсе бик ҡыҙыҡ хәл килеп сыҡты. Нисә йылдар подъезд төбөндә ултырған бесәйҙәр ҙә шул магазиндар тупһаһында көн итә башланы. Подъезд төбө таҙарып, насар еҫтәр бөтөп ҡалды. Подъезд бесәйҙәре, алкаштар һымаҡ, ҡайҙа һәм нисек тамаҡ ялғарға тиҙ күнекте. Нисә барһаң да, магазин төбөндә өс-дүрт бесәй ултыра. Кемдер уларҙы тибеп тигәндәй осора, ә ҡайһы бер мәрхәмәтле кешеләр бесәйҙәр өсөн һатылған ризыҡты алып, ишек төбөндә үк бүлеп бирә. Ашарға бирмәһәң, артыңдан эйәрә биреп, мыр-мыр килеп, асыуланып, тороп ҡалалар.
Вәт ниндәй заманалар килде! Бесәйҙәр ҙә, беҙҙең һымаҡ, йәшәргә төрлө ҡулайлы юлдарҙы үҙ ҡарамаҡтарына файҙалана башланы. Тора-бара ни булырын Хоҙай үҙе генә белә.
Л. ШАЯНОВА.