+17 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Шулай ҙа була!
26 Мая 2022, 08:00

Үҫмерҙе бәрҙергән дә ваҡиға урынынан ҡасҡан

24 майҙа көндөҙ Өфөлә Ухтомский урамы буйлап Правда урамы яғына китеп барған бер ир юл аша сығып барған 14 йәшлек үҫмерҙе бәрҙергән.

Үҫмерҙе бәрҙергән дә ваҡиға урынынан ҡасҡанҮҫмерҙе бәрҙергән дә ваҡиға урынынан ҡасҡан
Үҫмерҙе бәрҙергән дә ваҡиға урынынан ҡасҡан

Баш ҡаланың ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, малай еңелсә йәрәхәттәр алған, медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйөнә ҡайтарылған.

«Водитель Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең талаптарын үтәмәгән һәм кешеләр йәрәхәтләнгән юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ташлап киткән. Битараф булмаған шаһиттар ярҙамында, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдең шәхесен һәм үҫмерҙе тапатҡан автомашинаны тиҙ арала асыҡлай алған. Ул Өфөнән 73 йәшлек ир булып сыҡҡан», - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса полицейскийҙар тикшереү башлаған.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас