Улар нисектер бер ваҡыт шоферҙар менән эш көнөнән һуң ултырған. Әллә байрам булған, әллә былай ғына “ял иткәндәр”. Арыу ғына төшөргәс, ҡатындары кеҫәләрен аҡтарамы, юҡмы, тип бәхәсләшергә тотонғандар. Шоферҙарҙың береһе, минең ҡатын кеҫәләремде ғүмерҙә лә аҡтарғаны юҡ, тип маҡтанған.
– Булмаҫ, Иваныч, улар барыһы ла бер сыбыҡтан ҡуйылған, бар эштәре – кеҫә аҡтарыу, – тип ҡаршы төшкән иптәштәре. Ләкин Иваныч үҙ һүҙен бирмәгән, хаҡлы икәнен иҫбатлар өсөн әшнәләре менән саҡ һуғышмаған.
Ваҡыт уҙа, буш шешәләр артҡандан-арта. Диванда ултырған Иваныч йоҡоға тала. Шоферҙарҙың береһе ҡулына ҡағыҙ ала. Матур хәрефтәр менән: “Ҡәҙерлем, миңә тиҙерәк кил, һине шул тиклем һағындым. Һинең Леночка”, – тип яҙа. Ҡағыҙҙы бөтөрләгәс, уянмаҫ борон Иванычтың курткаһының иң йәшерен кеҫәһенә тығалар. Теге йоҡлай, ә кеҫәһендә тест барлығын белмәй.
Иртәгәһен Иваныч эшкә бите тырналып килә, кәйефһеҙ генә һөйләй:
– Ҡатын ниңәлер ҡоторҙо, миңә ташланды, ниндәй Леночка ул тип йәнемде алып бара, ҡәбәхәт, ти. Ә мин бер нәмә лә белмәйем, тим.
Ирҙәр ысын күңелдән көлә лә, эштең нисек булғанын һөйләп бирә.
– Беҙ һиңә барыһы ла кеҫәләрҙе аҡтара, тинек, ә һин ышанмаған булдың, – тиҙәр.
Иваныч моңһоулана, әммә иптәштәренә кенә тотмай.
Ғ. ЗӨФӘРОВ.