+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
30 Май 2022, 12:00

Маршруткала

ТАЯҠ МЕНӘН ДӘ Иртән машинам ҡабынманы. Йәмәғәт транспортын файҙаланырға тура килде. Маршруткала ҡатыным менән алғы урындарға ултырҙыҡ. Өлкән йәштә булһа ла, шофер дыуамалдарса ҡыйлана – маршрутсыларҙың һөнәри билдәһе.

Маршруткала
Маршруткала

Бер нисә боролошто уҙғас, ҡатынымдың ҡайышын эләктерҙем. Үҙем дә шулай итер инем, минекендә ҡайыш юҡ. Шофер быны күргәс, ғәжәпләнеп һораны:
– Ниңә эләктерҙең?
Уның автомобиль йөрөтөү һәләтенә ышанмауымды әйтеү уңайһыҙ ине, шуға күрә башымды тилегә һалдым:
– Ҡасып китмәһен өсөн.
– Уларҙы туйға тиклем ҡулда тоторға кәрәк, ә кейәүгә сыҡҡас таяҡ менән дә ҡыуып ебәреп булмай!

ТУҠТАҒЫҘ

Маршруткала йөрөргә яратам. Унда кешеләрҙе күҙәтергә мөмкин. Ҡайһы бер пассажирҙар музыка тыңлай. Береһе ҡолағынан наушнигын ала: «Үҙәк баҙарҙа туҡтағыҙ…» Наушнигын яңынан кейә. Икенсеһе ҡола­ғынан наушнигын ала: «Үҙәк баҙарҙа туҡтағыҙ…» Наушнигын яңынан кейә. Тағы ла өс ке­ше шулай итә. Пауза. Шофер ҡо­лағынан наушнигын ала ла ҡыс­ҡы­ра: «Үҙәк ба­ҙарҙа сығыу­сы­лар бармы?»
ҒАИЛӘ
Маршруткаға ғаилә инде: бер пакет һыра тотҡан иҫерек ир менән ҡатын, бере­һе­нән-береһе бә­ләкәй ике бала эйәрткәндәр. Атай кеше шо­фер­ҙан:
– Юл хаҡы күп­ме? – тип һораны.
Шофер:
– Үҙең самала, 45 һумдан дүрт билет.
Атай кеше телен саҡ әйләндереп:
– Белмәйем, мин мәктәптә «икеле» тоҡ­сайы булдым.
Шофер:
– Ниндәй осрашыу! Ә мин «өслө»гә уҡыным. Һеҙҙән 280 һум.

КЕЙӘҮҘӘМЕ?

Улым менән маршруткаға индек. Буш урындар юҡ. Бер ҡатын уны алдына алды. Мин улымдан:
– Нимә әйтергә кәрәк? – тип һораным.
Улым ҡатынға боролдо:
– Һеҙ кейәүҙәме?
ҺИНЕКЕ
Маршруткала китеп барам. Бер инәй инде. Ҡулынан нимәлер төшөп китте. Быны күреп ҡалған шофер шаяртты:
– Иҙәндәге бөтә нәмә лә минеке!
Инәй:
– Улым, машинаңды әҙәмсә алып бар, йығылһам, мин дә һинеке буласаҡмын!

И. ИМӘНБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: