Таҙартырға, виндовсты алмаштырырға кәрәк һәм башҡа ваҡ-төйәк шунда. Барыһын да тиҙ арала сифатлы итеп эшләнем. Танышым компьютерҙы алырға килгәндә эш урынында түгел инем, минән башҡа алып киткән.
Бер нисә көндән һуң яратҡан ҡыҙым менән үҙемдең машинала ҡалала китеп барабыҙ. Юлда машиналарҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел, тегеләрҙе әле уңға, әле һулға сығып уҙып китәм. Былай йөрөгәнем өсөн һөйгәнем миңә асыулана. Кем әйтмешләй, алдан ҡарҡылдап бәлә килтерҙе: юл аша сыҡҡанда ҡағиҙә боҙҙом. Язаһы оҙаҡ көттөрмәне, гаишниктар тылсымлы таяҡтарын болғаны. Газды кәметеп, юл ситенә сығып туҡтаным. Тәҙрәне төшөрөп, документтарҙы ала башланым. Һөйгәнем үҙенең хаҡлы булыуына ҡыуанды шикелле: “Мин һиңә әйттем бит!” Ҡыҫҡаһы, ҡулынан нисек килә, шулай үсәште.
Машинам янына теге таныш гаишник килде. Ауыҙын ҡолаҡтарына еткергәнсе шат йылмайып, ҡулын һуҙҙы һәм: “Сәләм! Мин һиңә күпме тейеш?” – тип һораны. Ҡыҙымдың йөҙөн күрһәгеҙ ине! Таҫрайған күҙҙәрен һәм нисек аптырағанын ғүмерҙә онотасағым юҡ.
Р. ЙОМАҒУЖИН.