Ҡыҙыл ҡәләм дә ябайҙы үҙ иткән, улар өйләнешкән.
Шулай итеп, бергә йәшәй башлағас, уларҙың төрлө төҫтәге ҡәләм балалары тыуа. Тик бәхетле тормошҡа бер нәмә ҡамасаулай. Ҡәләмдәр ҡатырғанан яһалған һауытҡа һыймай башлаған. Улар пенал тип аталған яңы, матур, иркен өй һатып алырға була. Тик ябай ҡәләмдең бәләкәй генә эш хаҡына ундай өй алып булмай шул. «Флом-Мастер» банктан ипотека алып, хыялдарын тормошҡа ашыралар. Хәҙер инде бурысты түләр өсөн, ябай ҡәләм көнө-төнө эшләргә мәжбүр. Ул һүрәт тә төшөрә, сәс ҡыҫтырғыс та була. Хатта дискотекала кассета өйөрөлтөүсе булып та эшләй. Көн һайын ослана торғас, ул ҡыҫҡарғандан-ҡыҫҡара бара. Инде ҡыҫҡарып бөттөм тигәндә генә, башындағы юйғысы ғына тороп ҡалғас, донъяға тағы бер ҡәләм барлыҡҡа килә. Улар әсә капиталын ҡулланып, бурыстарын ҡаплай. Шунан рәхәтләнеп яңы өйҙәрендә йәшәй башлайҙар.
Фәрхәт ҒӘЙНЕТДИНОВ.