+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
3 Июнь 2022, 15:00

Йәтәскә отолған килен

Йәйҙең матур ҡояш­лы бер көнө. Ауыл йәш­тәре болонда бесән саба. Шаянлығы, мутлығы менән ауылда даны сыҡҡан Йәнбикә еңгә Селтербей буйына тө­шөп тағараҡҡа ҡаҙан элде лә аҫтына дөрләтеп ут яғып ебәрҙе.

Йәтәскә отолған килен
Йәтәскә отолған килен

Бөгөн ул төшкөлөккә тауыҡ һуйып килтергәйне. Ҙур ғына һимеҙ тауыҡты бешерергә һалыр алдынан әйләндереп-тул­ғандырып ҡарап торҙо ла: «Ҡылайым әле ҡылыҡты!» – тип үҙ алдына мут ҡына йылмайып ҡуйҙы. «Йәтәскә отторам мин һине, баш бирмәҫ ҡыҙыҡай», – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә Йәнбикә еңгәй тауыҡты ҡаҙанға һалып ебәрҙе.
Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан ҡәйнеше ярты йыл инде Мәйсәрә тигән ҡыҙ артынан йөрөй. Ҡарап торғанда төҫө-башы менән дә, холоҡ-фиғеле менән дә пар килеп торалар. Әллә ни ҡыҙ ялындыра. Өйрәтел­мәгән тай-тулаҡ һымаҡ ҡәйнешенә баш бирмәй маташа. «Күп йөрөһәң, йәтәстән оттороп булһа ла килен итәм мин һине!» – тип тағы бер ҡабатланы ла Йәнбикә үҙ алдына шаян йылмайҙы.
Тәбиғәттең хозурлығына һуш китерлек. Ҡайҙа ҡарама аллы-гөллө сәскәләр күҙ яуын ала, ҡыуаҡлыҡ­тарҙа ҡоштар һайрай. Йәнбикә йәш саҡтарын иҫләп яманһыулап ҡуйҙы. Ҡыҙ сағы. Киске уйын бара. Күңеленә ауылдың бер гармунсы егетe оҡшай, тик нисек уны ҡаратып алырға? Ҡыҙ тотто ла таҡмаҡ әйтә-әйтә тегенең алдына барып баҫты:
Һандуғастар һайрашалар
Ҡыйғаҙы буйҙарында.
Гармун тартҡан Сәләхиҙең
Кем икән уйҙарында?
Егет тә аптырап ҡалманы, шаяр­тыуға шаяртыу менән яуап бирҙе:
Һандуғастар һайрашалар
Урғаҙы буйҙарында.
Гармун тартҡан саҡтарымда
Һин генә уйҙарымда.
Ҡапма-ҡаршы таҡмаҡ әйтә-әйтә улар парлашып бейеп китте. Егет тә уңған һауынсы ҡыҙҙы оҡшатып йөрөгән икән, уйын бөткәс, уны оҙата барҙы. Көҙгөһөн гөрләтеп туй үткәреп ебәрҙеләр. Бер-береһенән уңды улар. Татыу ғаиләлә биш бала үҫеп етте. Донъялары гөлт итеп тора. Их, йәш саҡтар, таңда күргән төштәй булып, бигерәк тиҙ үтеп китте шул…
Ҡәйнеше Хәтмулла – иренең бер туған апаһының улы. Егет ауылдың бер тигән тракторисы, армияла танкист булған. Яңыраҡ ишетте, клубта Мәйсәрәне бейергә саҡырған икән, тегеһе эре генә:
Аръяҡта ла ҡомалаҡ,
Бирьяҡта ла ҡомалаҡ.
Үрге остоң Хәтмуллаһы
Ҡап-ҡара ла тумалаҡ, –
тип бейергә төшмәй, егетте кире бороп ебәргән. Быны ишеткәс, Йән­бикәнең тамам йәне көйҙө. «Хәстрүш, һыу һөлөгө кеүек ҡәйнешемде ҡай­һылай мыҫҡыл иткән, биғәләш ҡыҙыҡай. Иманыңды уҡытайым әле», – тип ең һыҙғанып ҡәһәтләнде. Һине ҡәйнешемә алып бирмәһәм, исемем Йәнбикә булмаһын, тип ныҡлап үҙенә ниәт ҡылды.
Ҡоштар йырын тыңлай-тыңлай уйҙарға сумып, хәтирәләргә бирелеп йөрөгән арала тауыҡ бешеп тә сыҡты. Йәнбикә ҡош итен өлөшләп бүлеп ҡуйҙы ла ҡәйнешенә тигән йәтәсле өлөштө айырып һалды.
Бына бесәнселәр төшкө ашҡа йыйылды. Уңайлы мәлен тап килтереп Йәнбикә ҡәйнешен бер ситкә саҡыр­ҙы ла бая ҡорған планын әйтеп: «Йәтәскә от һин ул баш бирмәҫ ҡыҙыҡайҙы», – тине.
Аш ашалды, сәй эселде. Яйын сығарып Хәтмулла Мәйсәрәнең янына килде:
– Әйҙә, йәтәс айырышайыҡ. – Егет ҡоштоң саталы түш һөйәген ҡыҙға һуҙҙы. Хәтеренең ныҡ икәненә ышан­ған ҡыйыу ҡыҙ:
– Әйҙә һуң, – тине. – Как раз яңыраҡ бер машина утын алдырғайныҡ, шуны бысып, ярып бирерһең.
– Мин риза. Ә һин отолһаң, миңә кейәүгә сығаһың.
– Кит, биғәләш, ни һөйләйһең? Әллә аҡылыңдан яҙҙыңмы?
– Бөттө, бәхәсте туҡтаттыҡ. – Егет егетлеген итеп, ҡырт киҫте лә ҡыҙға йәтәс сатының икенсе яғын тотторҙо. – Айырышабыҙ.
Бына улар йәтәс һөйәгенең икеһе ике сатынын тотоп айырып та ҡуйҙы. Аңды-тоңдо аңламаҫ элек тип, Хәтмулла ҡыҙға йәтәстең үҙендәге сатын тоттора һалды.
– Мә, икеһе лә һиндә булһын.
– Иҫемдә! – Егетте үҙе оторға ниәтләнгән ҡыҙ ҡаушап ҡалманы:
– Һинең кеҫәңдә ятһын, йәме, йә миндә юғалып ҡуйыр. – Ҡыҙ йәтәс саттарын кире егеткә һондо. Тегеһе «иҫемдә» тип алып, түш кеҫәһенә һалып ҡуйҙы. Был мәҙәк хәлдең шаһиты булған бесәнселәр гөр килеп ҡул сапты. Күренеп тора, икеһенең дә отолорға иҫәбе юҡ.
«Нәрәтәгә эләктеңме, сибәркәй! – Йәнбикә мут йылмайып, мәҙәк хәлде ситтән генә күҙәтте. – Мөхәббәт утында янған егет отмай ҡуймаҫ». Үҙе шул арала бер матур ғына сәскәне өҙөп, ҡәйнешенең ҡулына тоттора һалды. Ҡыҙ сәскәне лә «иҫемдә» тип алды. Сәмле ҡыҙ менән ғашиҡ егеттең көрәше йәнәсыҡҡа барырын аңлап алған бесәнселәр уйындың ни менән бөтөрөн ҡыҙыҡ­һынып күҙәтте.
Уйындан уймаҡ сыға күрмәһен. Егет тә, ҡыҙ ҙа бер-береһенән ниҙер алһа, «иҫемдә» ти һала. Икеһенең дә хәтере яҡшы икән.
Былар бер-береһен еңдермәй йөрөй торғас, ярты йыллап ваҡыт үтеп китте. Инде уларҙың йәтәс айырылышыуын бесәнселәр генә түгел, бөтә ауыл белде. Бер-береһен оторға тырышҡан егет менән ҡыҙҙың юлдары йыш осрашты.
Ҡыш ине, кинонан ҡайтып баралар, фильмдан алған тәьҫораттар менән уртаҡлашалар. Бына Хәтмулла юл ситендә йомғаҡтай ғына бөршәйеп ултырған бесәй балаһын күреп ҡалды ла уны ҡулына алды:
– Меҫкенкәй, ҡайһылай өшөгән, дерелдәп тора. Үҙе ниндәй матур бит әле. Бына ҡара әле. – Егет ап-аҡ бесәй балаһын ҡыҙға һуҙҙы.
Мәйсәрәнең бесәй балаһын ҡулына алыуы булды, Хәтмулла ҡысҡырып та ебәрҙе:
– Йәтәс! Йәтәс! Йәтәс! Оттом! Миңә кейәүгә сығаһың! – Хәтмулла ҡыҙҙы күтәреп алып өйөрөлтә башланы. Бер саҡ икәүләп көрткә ауып киттеләр ҙә, ҡарға батып, ап-аҡ булғансы көрмәкләштеләр. Егет шунда баш бирмәҫ ҡыҙҙы үбеп тә алды, буғай.
– Иртәгә үк яусы ебәрәм.
– Харамлашма, йәтәсең һаналмай, хәйләләнең. Бесәй балаһын тоттороп мутлаштың. Йәлләгән саҡта отоу дөрөҫ түгел.
– Ҡарап тороуға еңмеш күренһәң дә күңелең нескә икәнен күрҙем. Бәхетем минең. Кәләшем бул! Яратам!
Егет егетлеген итмәй ҡуямы ни? Йән һөйгәненең дә, буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһенең дә күңеленә юлын тапты. Ишек алдарына йәнә бер машина утын алып барып ауҙарҙы ла барыһын да бысып, ярып өйөп тә ҡуйҙы. Артынса Йәнбикә еңгәһен димсе итеп ебәрҙе. Ҡыҙҙың ата-әсәһенә егеттең уңғанлығы оҡшағандыр, димсене ҡунаҡ итеп, яулыҡ ябындырып ҡай­тарҙылар. Ҡыҙҙы һоратырға ла ағаһы менән еңгәһе барҙы. Яусылар бер ыңғай туй көнөн килешеп ҡайтты. Мәйсәрәнең ризалашмай сараһы ҡалманы. Март башында ҡалын туй үткәреп, өйләнешеп тә ҡуйҙылар. Туйҙа Сәмиғулла ағаһы менән Йәнбикә еңгәһенең урыны түрҙән булды. Ни тиһәң дә, шул шаян еңгә­һенең мутлығы арҡаһында һөйгәне­нең күңелен яулап алды бит егет. Тик Мәйсәрәгә генә бер нисә йыл «йәтәскә отолған килен» исемен күтәреп йөрөргә тура килде.
Ауыл халҡы мәрәкәсел бит ул, йылдың-йылы бесән сапҡанда:
– Йә, быйыл кем йәтәс айырыша? – тиҙәр ҙә Хәтмулла менән Мәйсә­рәнең ҡыҙығын иҫләп, көлөшөп алалар. Ә бына Йәнбикәнең мутлығы Хәтмулланан башҡаларға сер булып ҡалды.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: