

***
Минең эш хаҡым менән вариҫтар булыуы мөмкин түгел , балаларым ғына була ала.
***
Тормоштан йыраҡлашыуҙың ысулдары күп. Шуларҙың иң ышаныслыһы – депутат булып һайланыу.
***
Эш хаҡын 4 – 5 тапҡыр арттырып, Ватанға һөйөүҙе еңел генә көсәйтергә мөмкин.
***
Рәсәйҙә балыҡсы балыҡтан айныҡ һәм балыҡ менән ҡайтһа, ул браконьер тип иҫәпләнә.
***
– Һин: “Бөтәһенә лә эйә булған кеше бәхетле түгел, ә артыҡ бер нәмәһе лә булмаған кеше бәхетле”, – тигән һүҙҙәргә ни әйтер инең?
– Тулыһынса килешәм! Тормошомдан түрәм менән һалым инспекцияһын алып ташлаһалар, мин бәхетле буласаҡмын!
***
Кисә магазиндан кетчуп һатып алдым, хаҡы 65 һум. Бөгөн инһәм, уға ташлама: иҫке хаҡы 95, яңыһы 75 һум. Ярай әле, кисә алғанмын, ә бөгөнгө ташлама менән түгел!
***
– Ниңә саҡ-саҡ ҡына йылыталар икән? Тышта ул ҡәҙәр һалҡын түгел бит, ә өйҙә эт бәйләһәң, түҙеп торғоһоҙ…
– Ай аҙағында йылылыҡ өсөн алған счетты күреп, йөрәгең ярылып үлеүгә ҡарағанда, бөгөн һыуыҡ тейҙереп урында ятыуың яҡшыраҡ түгелме?
***
Адвокаттар шул ҡәҙәр ҡиммәт, судьяларҙы һатып алыу арзаныраҡ.
***
– Ялған күрһәтмәләр биргән өсөн үҙегеҙҙе ни көткәнен беләһегеҙҙер, тип уйлайым.
– Беләм, BMW вәғәҙә иттеләр.
***
Бай һәм намыҫлы була алаһың. Ләкин бының өсөн башта байырға, шунан һуң ғына намыҫлы булырға кәрәк.
***
Пенсия түләүҙәренә сығымдарҙы кәметһәң һәм бер үк ваҡытта медицинаға сығымдарҙы кәметһәң… барыһы ла тигеҙләшә.