Беренсе булып гүзәл зат телгә килә:
– Нисек былай килеп сыҡты һуң? Был танышыу өсөн үҙе бер cәбәп, шулай түгелме? Әйҙә, танышайыҡ әле. Һеҙҙең исемегеҙ?
– Ришад! Ә һеҙҙеке?
– Розалия.
– Бына бит нисек килеп сыҡты. Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде?
Розалия машинаһында соҡона башлай. Унан ҡул сумкаһын ала ла шарап шешәһе тартып сығара. Машина емерек, ә шешәгә бер ни ҙә булмаған, бөп-бөтөн.
– Әйҙә, булмаһа, танышлыҡ өсөн берәй тамсы йотоп ҡуяйыҡ, – тип Розалия шарапты ир кешегә тоттора. – Мә, ас!
Ир кеше күп уйлап тормай, шарапты асып, ярты шешәне һемереп ҡуя ла шешәне һуҙа.
Розалия шарапты ҡулына алғас, яҡшылап тороп бөкөһөн нығытып тығып ҡуя.
Ришад был хәлде күреп аптырап ҡала:
– Ә һеҙ эсмәйһегеҙме ни?..
– Юҡ, мин хәҙер полиция саҡырам. Кем ғәйепле икәнен улар тиҙ генә асыҡлап, кәрәкле сараларҙы күрер, – ти ҡатын йырылған ауыҙын саҡ-саҡ тыйып.
Л. ШАМАНОВА.