+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Шулай ҙа була!
6 Июнь 2022, 13:00

Көтөлмәгән бәхет

Бер мәл дуҫымды шаяртмаҡсы булдым. Тегеңә комптан хәбәр ебәрҙем: «Мегафон» компанияһының Ос­раҡлы һандар лотереяһында Һеҙҙең отош 5782,56 доллар тәшкил итә. Уны алыр өсөн көнбағыш майынан бушаған 75 шешә тапшырырға кәрәк.

Көтөлмәгән бәхетКөтөлмәгән бәхет
Көтөлмәгән бәхет

Адресыбыҙ: ... урамы, ... йорт, ... офис. Бүләк ошо хәбәрҙе алғандан һуң ике көн эсендә тапшырыла».
Бер нисә көндән һуң тегене тап иттем, уратып-суратып белешәм: һуңғы арала «кө­төлмәгән бәхет»кә юлыҡ­манығыҙмы, йәнәһе? Дуҫым ҡыҙҙы ла китте:
– Һин ебәргәнһеңдер әле, моғайын?! Һорашмаҫ инең әтеү. Хәбәр килгәс тә ҡатынға күрһәттем. «Тиҙерәк май алырға барайыҡ, ваҡыт ҡы­ҫа», – ти. Юлда барғанда ше­шәһеҙ 75 литр майҙы ни эшләтербеҙ икән, тип ҡай­ғырышабыҙ. Ярай әле, башым етте: тәүҙә офисҡа һу­ғылайыҡ, бәлки, берәйһе шаярталыр? Ҡала буйлап ике сәғәт йөрөнөк, бындай адрес юҡ!!! «Мегафон» офисына инеп, хәбәрҙе күрһәттем: һындары ҡатып көлдөләр!
Әлдә дуҫтарым шаяртҡан­ды аңлай, юҡһа, бер шешә ҡиммәтле коньяк менән генә ҡотола алмаҫ инем.
Ҡабатламауығыҙҙы үтенәм.

В. ЫРЫҪҠОЛОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас