– Белмәйем, кисә мин уның менән кафела ултырҙым, берәр көрөшкә һыра эстек, мин ҡайтып киттем, ә ул, әҙерәк йөрөйөм әле, тип тороп ҡалды...
Трубкала уңайһыҙ һәм бер нәмә лә төшөнмәгән тынлыҡ. Ә мин, Рустиктың әсәһе беҙҙең өй телефонын ҡайҙан алды икән, тип баш ватам. Шунда ике аҙна элек тә ошондай уҡ шылтыратыу булыуы хәтеремә төштө. Йомшаҡ күңелле тәрбиәсе һуңлаған балаларҙың ата-әсәләренә балалар баҡсаһынан шылтырата. Телефон номерын дөрөҫ яҙып алмаған.
Алмашыу
Әсәйем мөгәрәптән ҡайнатмалар һәм тоҙланған йәшелсәләр алып ҡайтырға ҡушҡас, бер үҙемә күңелһеҙ булыр тип, дуҫымды ла эйәрттем. Мөгәрәп өйҙән биш туҡталыш алыҫлыҡта. Көн матур торғанлыҡтан, йәйәү атланыҡ.
Сумкаларҙы банкалар менән тултырғас, ҡайтыу яғына ыңғайланыҡ. Тик сумкалар ауыр булып сыҡты, шуға күрә маршруткаға ултырырға булдыҡ. Ултырыуын ултырҙыҡ та ул, әммә беребеҙҙең дә кеҫәһендә аҡсаһы юҡ. Барабыҙ. Уйлайбыҙ. Дуҫым:
– Шоферға ҡайнатма бирһәк?
Ниңә, ҡыҙыҡ шаяртыу. Әҙерләндек. Үҙебеҙҙең туҡталышҡа килеп еттек. Шоферҙың: «Юл хаҡын түләгеҙ», – тигәнен көтөп алдыҡ. Алғы рәткә сылбыр буйынса бер банка ҡайнатма ебәрҙек. Үҙебеҙ өндәшмәйбеҙ. Маршруткалағы пассажирҙар йылмая. Беҙҙең һымаҡ, артабан ни булырын көтәләр... Бына банка шоферға барып етте... Тынлыҡ... Шунан барыһы ла көлөшөргә тотондо, шул иҫәптән беҙ ҙә. Ләкин быныһы башы ғына булған икән...
– Сдачағыҙҙы алығыҙ!
Шофер беҙгә пакетҡа һалынған бутерброд һәм кәнфит ебәрҙе. Беҙ төшөп ҡалғанда ла көлөү туҡталмағайны әле.
В. АҪЫЛҒУЖИН.