-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
7 Июнь 2022, 10:00

Бәйләнделәр

Рәсәйҙә генә ҡағиҙәләр буйынса йөрөгән өсөн пыр туҙҙырып әрләргә мөмкиндәр. ***

Бәйләнделәр
Бәйләнделәр

Ике дуҫ осраша.
– Кисә гаишниктар правамды алып ҡалды.
– Ниңә?
– Уларҙы беләһең бит инде, йыйын юҡ-барға бәйләнделәр. Имеш, аптечкам юҡ, машина номеры бысраҡ. Имеш, ҡар­шы яҡ юлдан арт менән ҡы­ҙыл утҡа кереп киткәнмен, шыр иҫерек булғанмын…
***
Беҙҙең гаишниктарҙың изге күңеллеләре ришүәт ала, ә яуыздары, етмәһә, праваны ла тартып алырға маташа.
***
Гаишник машинаны туҡтат­ҡас, шоферҙан һорай:
– Ни өсөн бер фараң янмай?
– Яңы модель – «Лада-Кутузов».
***
Машинаны ипле йөрөтөү сере: «Үҙегеҙҙе правағыҙҙы өйҙә онотоп ҡалдырғанмын тип күҙ алдына килтерегеҙ».
***
Бөгөн май-яғыулыҡ стан­ция­һы магазинында бер ир көнбағыш һатып алғас, еңел һуланы:
– Ниһайәт, машинала тып-тын буласаҡ.
***
Сираттағы светофорҙа ҡы­ҙыл ут янғас, «Мерседес» туҡ­тарға ла өлгөрмәй, артына бер машина килеп бәрелә. Машинаһынан төшкән «Мерседес» хужаһы үҙ күҙенә ышанмай ҡатып ҡала. Уға килеп бәрелеүсе лә «Мерседес» була.

– Нисек былай килеп сыҡты һуң әле, артымдан «Ока» килә ине түгелме?..
– Тауыш-тын сығарма, – ти икенсе «Мерседес» хужаһы, – ул беҙҙең арала ҡалды.

Р. ИСЛАМҒОЛОВ.

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас