Уҡытыусы кәңәш бирергә ашыҡмаған, өс һауытҡа һыу ҡойған да ҡайнатырға ҡуйған. Шунан бер һауытҡа – кишер, икенсеһенә – йомортҡа, өсөнсөһөнә кәһүә орлоҡтары һалған. Күпмелер ваҡыттан шәкерттең адына бешкән кишер менән йомортҡаны килтереп ултыртҡан, сынаяҡтарға хуш еҫле ҡайнар эсемлек ҡойған.
- Нимә үҙгәрҙе? – тип һораған унан.
- Йомортҡа менән кишер беште, ә орлоҡтар һыуҙа ебене, – ти икән шәкерт.
- Юҡ, – тигән уҡытыусы, яуабың мине ҡәнәғәтләндермәй. Һәр әйбер, һәр күренеш тураһында тәрәнерәк фекер йөрөтөп өйрәнергә кәрәк. Ҡара әле: ҡайнар һыуҙа ята торғас, ҡаты кишер йомшарҙы, ә һытылып барыусан йомортҡа ҡатыға әүерелде. Тыштан ҡарағанда улар үҙгәрмәгәндәй, әммә, бер үк һынауға дусар ителгәс, икеһе лә ике төрлө сифатты ҡабул итте. Кешеләр ҙә шулай: көслө һымаҡ күренгәндәрҙең сибек тәнлеләр өсөн сынығыу мәктәбе булған шарттарҙа бөтөнләй ҡойолоп төшөүе ихтимал.
- Ә ҡәһүә хаҡында нимә әйтер инегеҙ?
- Быныһы инде тағы ла ҡыҙығыраҡ. Ҡәһүәнең орлоҡтары, иреп юҡҡа сыҡҡан кеүек тойолһа ла, ысынында иһә, еңеүгә иреште – бер ниндәй ҙә тәме лә, еҫе лә булмаған ҡайнар һыуҙы ошондай яҡшы эсемлеккә әйләндерҙе. Кешеләр араһында ла һәр әйбергә уңай йоғонто яһай, хатта иң ҡырыҫ шарттарҙы файҙалы яҡҡа бороп ебәрә белгәндәр бар бит.
Фото: news.myseldon.com