Класташым алты балалы ғаиләлә үҫте. Барып инһәң, бигерәк күмәктәр ине шул. Урындыҡ өҫтө туп-тулы балалар була торғайны.
Әүәле ҡатын-ҡыҙҙар баланы ауыл ерендә күпләп таба ла ҡуя ине. Балнис-фәлән булмағас, ни эшләһендәр инде. Әрһеҙерәктәре тиҙ генә үҫеп китә, ә сирлеләре үлә торғайны. Быға бик иҫтәре лә китеп барманы. Сөнки һуғыштан һуң тормош ауыр булды. Ашарға икмәк менән картуф. Уныһын да өлөшләп кенә бирәләр. Әсәйемдең ҡамауай шәкәрҙе ҡул усына һалып, оло бысаҡ менән шап-шоп итеп ярғыслап беҙгә өләшеп сыҡҡаны әле булһа күҙ алдымда тора. Кемгәлер бәләкәйерәк киҫәк, ә кемгәлер ҙурырағы эләгә. Перәник һымаҡ нәмәләрҙе сәпсим дә күрмәй үҫтек, беҙ һуғыштан һуң тыуған балалар бит. Кейгәнебеҙ күфәйкә, аяҡта ҡыш та, йәй ҙә резинкә итек. Аҙаҡтаныраҡ, күрәһең, әҙерәк күҙ асылғастыр инде, бөтә ауыл менән калушҡа күстек. Кемгә барма, ишек алды туп-тулы калуш. Кешегә барһаң, әҙ генә иғтибарһыҙ булһаң, яңы калуш урынына иҫкеһен кейеп ҡайтҡан саҡтар ҙа булғыланы. Иҫке калуш өсөн әсәйемдән эләгә торғайны.
Мәрзиә класташым, төпсөк һеңлеһе Фәниә менән булған ҡыҙғаныс ваҡиғаны миңә һөйләгәс, үҙемә тынғы таба алмай аҙапланып йөрөгәндән һуң, ғибрәтле һәм ҡыҙғаныс хәлде һеҙгә лә яҙып китәйем тип, уйлап-уйлап ҡуям да, ҡул теймәй һаман ҡалып тик килә.
Нимәнән башларға икән? – тип бик оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Шулай итеп, аҡҡан һыу шикелле ваҡыт үтә торҙо. Ә уйлаған уй һаман ҡала килде. Үҙемде-үҙем мәжбүр итеп тигәндәй, саҡ компьютер янына барып ултырҙым.
Беҙҙең яҡтарҙа яңы өй һала башлаһалар, беҙ, бала-саға шунда уйнарға ярата торғайныҡ. Мәрзиә әхирәтемдең атаһы – Ҡарас ҡарт та яңы йорт күтәрә башлаған. Өйҙөң түшәме түшәлгән, ә ҡыйығы эшләнеп бөтмәгән.
– Эшләнеп ятҡан өйгә терәп ҡуйылған баҫҡыс буйлап менеп китәбеҙ ҙә, шунда рәхәтләнеп уйнайбыҙ, – тип һөйләне әхирәтем.
Һарыҡтың йөнөн ала торған ваҡыт еткәндер, күрәһең, әсәһе өйҙөң тупһаһында һарыҡ ҡырҡып ултырған. Әсәй кеше, күп уйлап тормай, күрше ҡыҙҙары менән уйнап йөрөгән беренсеме, икенсеме класта уҡыған Фәриҙә ҡыҙына Фәниә һеңлеһен ҡарарға ҡушып ҡуя.
Фәриҙә яңы ғына атлай башлаған һеңлеһен, арҡаһына ултыртып, эшләнеп бөтмәгән өйҙөң башына ҡайһы аралалыр менеп китә. Апаһы тәүҙәрәк һеңлеһен ҡараштырып торған, шунан үҙе лә бала булғас, уйынға бирелеп киткәндер, күрәһең. Ҙурыраҡ балалар сыр-сыу килеп уйнай, ә был балаға иғтибар итеүсе булмағандыр инде. Бәләкәс кенә Фәниә өй башынан башын түбән эйеп тупһала һарыҡ ҡырҡып ултырған әсәһенә ҡарап ултыра торғас, тып итеп һарыҡтың өҫтөнә ҡолап төшкән.
Был көтөлмәгән хәлдән әсәһе, һушын юғалта яҙған. Бер килке иҫенә килә алмай торғандан һуң, әсә кеше балаһын күтәреп алып һелкеткеләй башлаған, ләкин бер ниндәй ҙә тауыш-тын юҡ. Бала ап-аҡ булып ҡатҡан да ҡуйған.
Шул ваҡыт урам ҡапҡаһынан килеп ингән оло ғына уҡытыусы Сәрбиямал апай, баланы ҡулына алғас ҡына, ул яр һалып илап ебәргән.
Ошо хәлдән һуң Фәниәнең башында ҙур ғына соҡор тороп ҡалған. Нисек башы тишелмәгән дә нисек итеп ул ҡәҙимге һин дә мин йәшәп ятҡанына әле лә аптырап ҡуябыҙ.
Быныһы бер хәл булһа, икенсеһе бынан да яманыраҡ. Көн кискә ауышып, ҡараңғы төшкәс, өйгә инергә ҡурҡып йөрөгән Фәниә ҡыҙын, әсәһе саҡырып индереп, яңы ғына мейестән сыҡҡан еҫе аңҡып торған йылы ғына сөсө икмәк тотторған да бала ашай ғына башлағас, уны туҡмас таяғы алып туҡмарға тотонған. Ҡулындағы икмәге иҙән уртаһында ятып ҡалған, бала илай-илай өйҙән сығып ҡасҡан.
Мәрзиә әхирәтем күҙ йәшен ҡулъяулығы менән һөртөп алды ла, һүҙен артабан дауам итте.
Әсәһенән туҡмалған Фәниә, көн кискә ауышҡас, төнгө ҡараңғылыҡтан ҡурҡып, ҡайҙа барырға белмәй, һарайға инеп, һарыҡтар араһында бер мөйөшкә сүгәләп ултырып илаған да илаған...
Һарыҡтар хәлемде аңлаған һымаҡ, эргәмә килеп, мыш-мыш итеп йылы тындары менән мине йылытырға теләгәндәй, еҫкәп-еҫкәп китәләр ҙә һарайҙың икенсе мөйөшөнә барып яталар. Ә ҡайһы берҙәре маңҡалы танауҙарын миңә һөртөргә теләгәндәй, һағыҙҙарын сәйнәй-сәйнәй, һиңә шул кәрәк, тигән һымаҡ оҙаҡ ҡына миңә ҡарап торалар. Шулай мөйөшкә генә һыйынып ултыра торғас, йоҡлап та киткәнмендер.
Фәниәне эҙләүсе лә булмағандыр. Бәлки эҙләп тә таба алмағандарҙыр. Бер ваҡыт иртән таң һарыһы менән әсәһе һыйыр һауырға сыҡһа, ҡараңғы мөйөшкә һыйынып, йоҡлап ултырған ҡыҙын күреп, шатлыҡтан илап ебәргән. Уны күтәреп алып өйгә индергән.
Бына шундай ҡыҙғаныс хәл булғайны бер заман, тип әхирәтем күҙенә йәш ала-ала һөйләгәйне бер осрашып сәй эсеп ултырған арала. Ошо хәлде, байтаҡ ғүмер үткәс, үҙенә һөйләгәс, үҙе лә аптыраны. Әсәһенә үпкәләп тә ҡуя. Бала кешегә, бала ҡарарға ҡушып ҡуйған мин алйот, тип әсәһе һаман да үкенеп бөтә алмай икән. Ул һөйләмәһә лә нишләптер Фәниәнең хәтерендә ныҡ һаҡланып ҡалған.
Бөгөн ул өс бала әсәһе, бына тигән итеп донъя көтә. Өй тирәһе сәскәләргә күмелеп күҙҙең яуын алып тора. Берәй йомошоң төшөп барып инһәң, сәй эсермәйенсә сығармай,– тип әхирәтем һүҙен йомғаҡлап ҡуйҙы.
Мәрзиә менән Фәниәнең хәтерләүҙәрен ипкә килтереүсе Л. МӘЖИТОВА.
Фото: m.fotostrana.ru