+24 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
11 Июня 2022, 10:00

Ирҙәр магазины

Ирҙәр магазиныҠатын-ҡыҙҙар үҙҙәренә ир һай­лап һатып ала торған магазин асылған. Ишеккә магазиндың эш ҡағиҙәләре эленгән:«1. Магазинға бер тапҡыр ғына инергә ярай.

Ирҙәр магазиныИрҙәр магазины
Ирҙәр магазины

2. Магазинда алты ҡат, ҡаттар артҡан һайын ирҙәрҙең сифаты күтәрелә.
3. Ирҙе теләһә ҡайһы ҡатта һайлай һәм юғары ҡатҡа күтәрелә алаһығыҙ.
4. Түбәнге ҡатҡа төшөргә ярамай».
Бер ҡатын ир эҙләп ошо мага­зинға барған. Беренсе ҡаттағы: «Эше булған ирҙәр», – тигән ал­таҡтаны уҡығас, ул шунда уҡ икенсе ҡатҡа күтәрелгән. Икенсе ҡаттағы алтаҡта: «Эше булған һәм бала яратыусы ирҙәр». Ҡатын өсөнсө ҡатҡа күтәрелә. Өсөнсө ҡаттағы алтаҡта: «Эше булған, бала яратҡан һәм ғәҙәттән тыш һылыу ирҙәр». Ҡа­тын: «Ҡара һин уны!» – тип уйла­­ған да дүртенсе ҡатҡа менгән. Дүртен­се ҡаттағы алтаҡта: «Эше булған, бала яратҡан, күҙҙе сағылды­рырлыҡ һылыу һәм өйҙә ярҙам итеүсе ирҙәр». Ҡатын: «Бының булыуы мөмкин түгел!» – тигән дә бишенсе ҡатҡа күтәрелгән. Бишенсе ҡаттағы алтаҡта: «Эше булған, бала яратҡан, күҙҙе сағылдырырлыҡ һылыу, өйҙә ярҙам итеүсе һәм ныҡ романтик ирҙәр». Ҡатын үҙенә ошо ҡатта ир һайлап алырға бик теләгән, шулай ҙа уны аяҡтары алтынсы ҡатҡа алып киткән. Унда уны бындай алтаҡта ҡаршылай: «Был ҡатта ирҙәр юҡ, был ҡат ҡатын-ҡыҙҙарға уларҙың теләген бер ваҡытта ла ҡәнәғәтләндереп булмауын иҫбат итер өсөн генә һалынған. Беҙҙең магазинға ингән өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!»

Р. ҠОТЛОБАЕВ.

Фото:  za.pinterest.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас