+16 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Шулай ҙа була!
12 Июня 2022, 06:00

Ҡолға

Бала саҡта мине атай-әсәйем йәй көнө йыш ҡына пионер лагерына ебәрә торғайны. Бер йылды вожатый булып ҡолғалай оҙон буйлы, килбәтһеҙ егет эш­ләгән отрядҡа тура килдем.

ҠолғаҠолға
Ҡолға

Үҙенең әйтеүенсә, көҙ­гә әрмегә саҡырылырға тейеш. Ул беҙҙең менән иҫәп­ләшеп торманы, телә­һә ниндәй яңылышлыҡ өсөн дә яза бирҙе. Ҡарағай ту­бырсыҡтары өҫтөндә ятыр­ға, баҫып йоҡларға, төндә корпус янында де­журҙа торорға мәжбүр итте. Бер һүҙ менән әйткән­дә, беҙҙән «ысын ирҙәр» тәрбиәләне. Елкә төбөнә ҡундырыуҙар, яңаҡҡа тон­дороуҙар менән тәндәре­беҙҙе һәм характер­ҙары­быҙҙы сыныҡтырҙыҡ.
Быға егерме йыллап үт­кән­дер… Бөгөн ҡолға миңә эш һорап килде. Мин уны, әл­­биттә, таныным. Ал­ам… Унан ысын хеҙ­мәт­кәр тәрбиәләйәсәкмен. «Виртуаль тубырсыҡта» әйләндереү юлы менән… Бумеранг законы.

Б. БҮЛӘКБАЕВ.

Фото: workingmama.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас