+17 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
12 Июня 2022, 09:00

Ташларға ваҡыт

Таныш шофер һөйләне. Төнгөлөккә өйө эргәһендә торған йөк машинаһында китеп бара. Бер-ике урамды үткәс, күршеһенең юл буйында иҫереп йоҡлап ятҡанан күреп ҡала. Янында велосипеды. Ни эшләргә?

Ташларға ваҡытТашларға ваҡыт
Ташларға ваҡыт

Бында ҡалдырып китеп булмай бит инде, йә полицайҙар ҡу­лы­на эләгер. Күп уйлап тормай, тегене кузовҡа күсереп һала. Сәпиден дә ҡалдырмай. Һуңынан илтеп ҡу­йыр­мын әле, тип уйлай. Шунда экспедитор шылтырата:
– Мине тиҙ генә килеп ал, ҡалаға йөк алырға ба­рабыҙ.
Эшең шул булғас, баш тарта алмайһың, экспедиторҙы ултыртып ала ла, ҡалаға юлланалар.
Ҡалала күҙенә бер иҫерек салына. Күршеһен иҫенә төшөрә. Уның менән нисек йөк алаһың? Кузовка үрелеп ҡарай, теге һаман йоҡо һи­мертә. Уны паркта ҡалдырып китәләр. Сәпиден дә онотмайҙар. Йәнәһе, ҡайтышлай үҙҙәре менән алалар. Ҡайтырға сығалар. Ә күрше юҡ… Бошоноп юлдарын дауам итәләр.
Бер көндән һуң шофер араҡы ала ла күршеләренә разведкаға инә: тереме, әллә?.. Ишекте теге үҙе аса. Иҫән-һау.
– Ә-ә-ә, һин шешә менәнме? Һәйбә-ә-әт, ләкин мин ташланым бит әле.
– Ниңә?
– Беләһеңме, яңыраҡ һушымды юғалтҡансы эскәнмен, ышанаһыңмы-юҡмы, хатта ҡалаға барып сыҡҡан­мын. Хет үлтер, нисек икәнен үҙем дә белмәйем. Үткенсе маши­наларға эләгеп, саҡ ҡайтып йығыл­дым. Ет­мәһә, сәпид. Ташларға ваҡыт, таш­ларға…

М. БАЙҒОТЛИН.

Автор:
Читайте нас