Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында сығарылған китаптарҙың береһе араһынан килеп сыҡты ошо хат.
«Һаумы, ҡәҙерле ҡыҙым! Әгәр һин ошо хатты алһаң, тимәк, ул һинең ҡулға барып эләккән. Әгәр юҡ икән, миңә хәбәр ит, яңынан яҙырмын. Әкрен яҙам, сөнки һинең бик тиҙ уҡый алмауыңды беләм. Беҙҙә көндәр һәйбәт. Үткән аҙнала ямғыр ике мәртәбә генә яуҙы: аҙна башында, өс көн, шунан аҙна аҙағындараҡ, дүрт көн буйына. Бәлтәң тураһында шуларҙы яҙам. Төймәләре менән ебәрһәң, посылкаң бик ҡиммәткә төшә, тинеләр почтала, шуға күрә мин уларҙы ҡырҡып алдым. Үҙең тегеп ҡуйырһың. Уларҙы уң кеҫәгә һалдым. Атайың яңы эш тапты. Уның аҫтында 300 кеше! Ул зыяратта бесән саба. Апайың Нәғимә кейәүгә сыҡты. Бәпес көтәләр. Әлегә беҙ уның малаймы, ҡыҙмы икәнлеген белмәйбеҙ. Шуға күрә һинең ағаймы әллә апаймы булаһыңды әйтә алмайым. Ҡыҙ тапһа, минең исемде бирмәксе. Ҡыҙыңа «Әсәй» тип исем ҡушыу сәйерерәк ҡарар инде. Ни эшләтәһең инде, үҙенә оҡшағас. Яңыраҡ Нәғим ағайың менән әкәмәт хәл булды. Ул машинаһын бикләгән, ә асҡысы эстә тороп ҡалған. Уға өйгә йәйәү ҡайтырға тура килде (10 саҡрым). Икенсе асҡысты алып килеп, беҙҙе машинанан сығарҙы. Ике туған Лира апайыңды осратһаң, уға минән сәләм әйт. Күп итеп. Осратмаһаң, бер нәмә лә әйтмә. Һинең әсәйең.
P.S. Һиңә әҙерәк аҡса ебәрергә уйлағайным, әммә конвертты йәбештереп өлгөргәйнем инде».
Хатты И. БАҠТЫБАЕВ уҡыны.