+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
16 Июнь 2022, 16:00

Кәзә үсе

Йәшелсә баҡсаһын сүп-сарҙан таҙалап йөрөгәндә, Фәхри, күршеһе Хәлфетдиндең кәзәһе кереп, кәбеҫтә кимереп тороуын күргәс, алдында ятҡан таяҡты алды ла туп-тура кәзәгә төҙәп сорғоп ебәрҙе.

Кәзә үсе
Кәзә үсе

"Ша-аҡ-ҡ-ҡ!" итте таяҡ кәзәнең маңлайына. Тик малдың донъя янғыратып "Мә-ә-ә!"тигән баҡырыуы ишетелмәне. Исмаһам, тертләп һикереп тә китмәне, әй. Бары боролдо ла, Фәхригә мәғәнәле ҡарап алғандан һуң, әкрен генә атлап, яңы ғына ҡыҫылып кергән ситән ярығынан сығып китте.
Бөтөн был хәлде тәҙрә аша ҡарап торған күршеһе Хәлфетдин дә кәзәһен яҡлап бер ни өндөшмәне. Ул бит белә үҙ малын...
Икенсе көндө Фәхри баҡсаһын инеп танымай торҙо: яу үткәнме, әллә ҡойонмо? Тик тора-торғас төшөндө – был теге кәзәнең үсе ине.

Әйткән һүҙ – атҡан уҡ

Ғәбит ағай һәйбәт кеше, тик бер яман ғәҙәте бар: күп тарта. Бер көн ул, ғәҙәттәгесә, урамда тәмәке көйрәтеп ултыра икән, күрше егет –Рәмил килеп ҡунаҡлай янына. Хәл-әүәл һорашҡас, Рәмил әйтә икән:
– Һи, ағай, һаман төтөн йотаһың икән, ә мин, бына, ташланым. Ул ағыуҙы инде ауыҙыма алмам.
Был хәбәр Ғәбит ағайҙың намыҫына тейә һәм ул ярһыуын артыҡ һиҙҙермәй генә әйтә:
– Мин дә, ҡустым, шулай уйлап ултырам әле. Был һуңғы тартып ултырыуым. Күрерһең, әйткән һүҙ – атҡан уҡ.
Ғәҙәтен ташлай алмаһа ла, һүҙендә тора ағай: йәшенеп тарта...


Тимер МӨХӘММӘТ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: