-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
17 Июнь 2022, 11:00

Гәүһәргә тиң утын

Туймазы район-ара суды «айырыуса ҙур күләмдә урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу» статьяһы буйынса 46 йәшлек урында йәшәүсе ҡатынға ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарған.

Гәүһәргә тиң утын
Гәүһәргә тиң утын

Башҡортостан Республикаһы прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың июнендә Төмәнәк участка урман хужалығы диләнкәһендә хөкөм ителеүсе үҙенең өйҙәше менән бергә 17 имән һәм ҡайын ағасын киҫкән. Ҡатын иргә ҡырҡыу өсөн рөхсәт ҡағыҙы булыуы хаҡында әйтә. «Шулай итеп, былар законһыҙ рәүештә 27 кубометрҙан ашыу күләмдә урман үҫентеләре киҫкән, килтерелгән зыяндың суммаһы ике миллион һумдан ашыу тәшкил итә», - тип хәбәр итәләр төбәктең күҙәтеү ведомствоһынан. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныны. Суд уға 3 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы һәм, килтерелгән зыянды түләтеп, прокуратура дәғүәһен ҡәнәғәтләндерҙе. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән.

Фото: pervaya.promportal.su

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: