+11 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
17 Июня 2022, 09:00

Киндер

Янғын һүндереү депоһында телефон шылтырай. Дежурный:– Тыңлайым.

КиндерКиндер
Киндер

Трубкалағы тауыш:
– Ишетәһегеҙме, егеттәр, былтыр киндер ултыртҡайным, йүнләп үҫмәне, кәйефте күтәрмәне.
Дежурный яуап бирә:
– Һин, иҫәүән, ҡайҙа шылтыратаһың? Нар­кологияға мөрәжәғәт ит, унда ярҙам итер­ҙәр.
Трубканы ташлай. Егерме минуттан һуң тағы ла телефон шылтырай.
– Ә быйыл ултыртҡаны шул тиклем һәйбәт үҫте, ауыҙға алыу менән кәйефләнә баш­лайһың.
Яуаплайҙар:
– Һиңә наркологияға шылтырат, тип әйттек бит инде.
Трубканы тағы ла ташлайҙар. Ярты сәғәттән тағы ла телефон шылтырай.
– Егеттәр, трубканы ташламағыҙ әле… Мин бына нимәгә шылтыратам. Күрше­беҙҙең йорто яна… Машинағыҙ менән килгәс, шлангылар һуҙғанда киндерҙе тапамағыҙ! Ҡарағыҙ уны!..

Фото: tvernews.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас