-6 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
18 Июнь 2022, 14:00

Ағыу ҙа дарыу ул

Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда ҡатыным өйгә ҡомаҡ алып ҡайтты. Икәүҙәр – береһе ата, ә икенсеһе инә.

Ағыу ҙа дарыу ул
Ағыу ҙа дарыу ул

Ҡомағыбыҙға бер йәш ти­рәһе булғандыр, береһе ауырый башланы. Йөнө ҡойолоп, сөскөргән, йүткергән һымаҡ ҡыланды. Йонсоп, хатта ябығып китте. Уны дауалау өсөн зоо­магазинға йүгерҙем. Берәй витамин-фәлән булһа ла алырға.
Һатыусынан:
– Һеҙҙә ҡомаҡтар өсөн витаминдар бармы? – тип һо­раным.
– Юҡ.
– Ә бесәйҙәр өсөн?
– Эйе, улар өсөн бар.
– Шул уҡ дарыуҙар ҡомаҡтар өсөн дә ярамаймы ни?..
– Юҡ, ярамай.
– Һеҙҙең әйтеүегеҙсә, ҡо­маҡтар өсөн бер ниндәй ҙә дарыу юҡ булып сыға түгелме? – тип аптырап ҡалдым. Оҙаҡ ҡы­на өнһөҙ торғандан һуң һа­тыусы күҙҙәрен аҡайтып:. «Ни эшләп булмаһын, бар. Ағыу бар, ләкин улар икенсе бүлек­тә. Рәхим итегеҙ!..» – тине.

УРСИК

Күмәкләшеп, тейәлешеп баҡ­санан ҡайтып киләбеҙ. Ҡа­тын менән мин алғы рәттә, ә этебеҙ Урсик артҡы ултыр­ғысҡа һуҙылып тороп ятып бара. Көн шул хәтле эҫе, тын да алырлыҡ түгел.
Бер ваҡыт ни эшләптер ха­лыҡ беҙгә иғтибар иткәнен шәйләп ҡалдым да, артҡа әйләнеп ҡараһам, этебеҙ башын асыҡ тәҙрәгә тығып, ике тәпәйен тәҙрә быялаһына терәп, ҡоҫоп маташа. Быға иғтибар иткән кешеләр, са­лон­дың алғы өлөшөндә музыка аҡырғанын ишетеп, ә икенсеһендә эт ҡоҫҡанын кү­реп, аптырай, күрәһең.
Этебеҙ машинала йөрөһә, күңеле болғанып китә. Беҙ быға күнегеп бөткәнбеҙ инде. Был тамашаны күргән кеше­ләр: «Былар бик круто гулять иткәндәр, ахыры!» – тип беҙгә ҡарап ҡала. Ә икенселәре: «Ҡара әле, был эттең бер тәпәйенә сигарет, икенсеһенә рюмка ғына тоттораһы ҡал­ған…» – тип көлөп ҡала.

Л. РАЯНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: