+29 °С
Облачно
Шулай ҙа була!
18 Июня 2022, 05:00

Таксист Абик

Таксиҙа отҡор кешеләр эш­ләй тип бер ваҡытта ла уйлағаным юҡ ине, ләкин…

Таксист АбикТаксист Абик
Таксист Абик

Ауылға атайым менән әсә­йем янына ҡайттым. Автостанцияла таксиҙар тора. Береһенә ултырҙым. Ба­рабыҙ. Таксист – оло йәш­тәге әрмән визитка бирҙе:
– Һеҙ минең менән беренсе тапҡыр йөрөйһөгөҙмө?
– Эйе.
– Бына визитка алығыҙ. Номерҙы хәҙер үк теле­фоныңа индерһәң, 10 процент ташлама яһайым.
Был илле һум тигән һүҙ. «Визитка»ны алдым. А4 ҙур­лыҡтағы ҡағыҙҙың алтынан бер өлөшөнә прин­терҙа һандар һәм эре хә­рефтәр менән исем яҙыл­ған: АБИК. Телефоныма күсерҙем: «Такси. Абик. Грачевка».
– Беләһеңме, минең исемем Юра ул.
– Ә бында Абик тип яҙыл­ған.
– Быны мин үҙем уйлап сығарҙым. Беләһеңме, бына һиңә такси кәрәк. Теле­фоныңды алаһың, адрес китабын асаһың. Унда беренсе исем ниндәй? Абик! А менән Б – беренсе хәреф­тәр. Ә Ю – Юраға барып ет­кәнсе икенсе такси саҡы­ралар.
Ишетәһегеҙме, шәп бит ә! Абик…

Ә. ИМАМЕТДИНОВА.

Фото: factroom.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас