0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
19 Июнь 2022, 11:30

Ир теләге

Ҡатын ҡыяр әрсей. Иренә өндәшә:– Бөгөн ҡыяр салаты яһайым төшкө ашҡа. Ир (гәзиттән айырылып):– Бик яҡшы.Ҡатын:– Һинең өсөн генә әҙерләйем.

Ир теләге
Ир теләге

Ире:
– Рәхмәт.
Ҡатын:
– Салатҡа ҡаймаҡ һалырғамы әллә майонезмы?
Ир:
– Миңә барыбер. Нимә теләһәң, шуны һал.
Ҡатын:
– Бына һин һәр ваҡыт шулай. Мин ир ҡатыны түгелме ни? Мин ир ни тиһә, шуны эшләйем.
Ир:
– Улай булғас, ҡаймаҡ һал.
Ҡатын:
– Ә һин үҙеңдең һимереп киткәнең тураһында уйлайһыңмы? Ҡаймаҡ күп ашаһаң, тағы ла һимереп китерһең. Иртән ҡарап торҙом, ойоғоңдо ла ҡыйынлыҡ менән саҡ-саҡ кейҙең бит. Илле йәштә. Илле йәштә башҡалар ун километр кросс йүгерәләр. Ә һин ойоҡ та кейә алмайһың. Ҡорһаҡ ҙур, ебәрмәй шул.
Ир:
– Улай булғас, үҙең белеп кенә, теләгәнеңде һал.
Ҡатын:
– Ниңә минең йәнде ашайһың әле?! Гел шул бер һүҙ. Һин бит ғаилә башлығы. Һинең һүҙеңдән мин сығаммы ни?
Ир:
– Улай булғас, ҡаймаҡ һал.
Ҡатын:
– Ниңә һин йөрәгең тураһында уйламайһың? Ҡаймаҡ йөрәккә насар тәьҫир итә, тиҙәр бит.
Ир:
– Улай булғас, үҙең теләгәнсә булһын.
Ҡатын:
– Ирем тере көйө мин ундай проблемаларға тығылаһым юҡ!
Ир:
– Улай булғас, майонез һал.
Ҡатын:
– Һинең һүҙең минең өсөн закон. Салатҡа майонез һалам улай булғас. Һин ҡушҡанса. Ир һүҙенән сыҡмайым мин.
Ҡатын шкафтан майонез ала.

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Фото: tihi.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: