+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шулай ҙа була!
20 Июнь 2022, 14:00

Байҙарға йәшәү еңелме?

– Тотаһың да, һин бай, тиһең, тотаһың да, һин бай, тиһең. Эйе, бай шул. Тик һин нишләптер байҙарға донъяла йә­шәүе еңел тип уйлайһың. Юҡ, байҙарға йәшәү еңел түгел. Бер ауырлыҡ өҫтөнә икенсеһе килеп сығып ҡына тора.

Байҙарға йәшәү еңелме?
Байҙарға йәшәү еңелме?

Бына, туҡланыу яғын алайыҡ. Корея аш­наҡсыһын эшкә яллаған инем. Йылына миллион евроға. Башта бик шат­ланған инем. Ә хәҙер ниңә алдым тигән көнгә төштөм.
– Ҡыйбатыраҡ һорай икән шул. Шуның өҫтәүенә бешерә лә белмәй.
– Ни эшләп Корея ашнаҡсыһы бешерә белмәй тип уйлайһың?
– Үҙең әйтәһең бит. Ниңә алдым тигән көнгә төштөм тиһең.
– Эш шунда: ул бик тәмле бешерә, те­леңде йоторлоҡ итеп.
– Бына ҡыҙыҡ. Яҡшы бешергәс, бүтән нимә кәрәк? Һиңә быға шатланырға ғына кәрәк.
– Шатланырға урын бармы ни?
– Ни эшләп булмаһын?
– Һуң, күп ашала, тим. Туҡтай алмайым. Ашайым да ашайым. Бер тапҡыр шул хәтле күп итеп ашағанмын, эсем күбенгән. Иҙән буйлап тәгәрләтеп йө­рөттөләр.
– Һуң әҙерәк аша.
– Тыйылып буламы ни? Сығарып ебә­рер инем, ул бешермәһә, ашай алмайым. Юҡ, байҙарға йәшәү еңел түгел! Бына кейем проблемаһын ғына алайыҡ. Аҙна һайын кейгән кейемдәрем бәлә­кәйләнә. Яңыһын тегергә кәрәк була. Бөтә ерҙе ике тапҡыр үлсәп мине интектереп бөттөләр инде. Көнөм ике сәғәт тегеүсе янында үтә бит.
– Быға ғына түҙәһең инде.
– Эш шуның менән бөтһә, һәйбәт тә ул. Яхтам моданан сыҡты бит, әй. Хәҙер яңы яхта тураһында уйларға кәрәк. Моданан ҡалышҡы килмәй.
– Ҡыйын шул һиңә. Нисек йәшә­й­һеңдер был ҡыйынлыҡтарға түҙеп?
– Былар ғына түгел шул ҡыйынлыҡтар. Сирлеләр әллә ҡайҙан минең телефонды белә. Сим-картаны ла алмаштырып ҡына торам. Барыбер беләләр. Әллә ниндәй операция яһатмаһам, ғүмерем өҙөлә, ә яһатырға аҡса юк, зинһар ҡотҡар мине, тип шылтыраталар. Мин бөтә хәйерсегә лә ярҙам итә алмайым бит инде. Аң­ламайҙар шуны.
Йөҙ мең евро түгел, йөҙ һум да бир­мәйем. Хәйерсенең үлгәне артыҡ. Шулай һәйбәтерәк килеп сыға. Бигерәк тә үҙе өсөн һәйбәт. Бүтән интекмәй.
– Ниңә ҡайғыраһың һуң улай булғас?
– Ваҡытты алалар бит шылтыратып. Ҡайһы ваҡыт төндә лә шылтыраталар.
– Ҡыйын икән ул байҙарға. Интегеп йәшәйһең.
– Шулай. Еңел түгел. Түҙәм инде. Ҡы­йынлыҡтарға түҙҙем, түҙәм һәм тү­ҙәсәкмен.

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Фото: dvhab.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: